Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Июнь 2021, 15:00

Тәҡдимдәрегеҙ бармы?

Булһа, 1 июлгә тиклем йәшереп тотмағыҙ...

2019 һәм 2020 йылдарға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияларына конкурс материалдары ҡабул ителә башланы.
Был премияларҙың төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү.
Премияға 16-нан йәш һәм 35-тән өлкән булмаған айырым кандидатуралар һәм 5 кешенән артмаған авторҙар коллективы тәҡдим ителә.
Материалдарығыҙҙы 1 июлгә тиклем ошо адресҡа ебәрегеҙ: г. Уфа, ул. Ленина, 10, каб. 24.
Премиялар тураһында положение һәм кәрәкле документтар исемлеге Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында ҡуйылған:
mmps.bashkortostan.ru (Главная/ Деятельность/ Молодежная политика/ Талантливая молодежь Республики Башкортостан/ Государственные республиканские молодежные премии имени Шайхзады Бабича в области литературы, искусства и архитектуры).
Читайте нас: