Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Ноябрь 2023, 15:00

Яңы акция башлана!

Был юлы ул Башҡорт теле көнөнә арнала һәм «Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен... » тип атала. Ул 2023 йылдың 1 – 14-се декабргә тиклем үтәсәк. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Республика акцияһы шарттары:

– Ҡатнашыусыға Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағирҙарының шиғырын башҡорт телендә һөйләргә һәм видеояҙмаға төшөрөргә кәрәк.

– Видеояҙмаларҙы 2023 йылдың 14 декабренә тиклем “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси битләүҙә баҫтырырға, шиғыр уҡыусының, шиғырҙың һәм авторҙың исемен күрһәтеү мотлаҡ.

#деньбашкирскогоязыка_рцнтрб #башҡорттелекөнө_рцнтрб #телҡәҙере хештегтарын мотлаҡ күрһәтергә.

Иң сағыу видеороликтар Республика халыҡ ижады үҙәгенеңhttps://vk.com/rcntufa бәйләнештә төркөмөндә баҫыласаҡ.

Шиғырҙарҙы түбәндәге Башҡортостандың халыҡ шағирҙары исемлеге буйынса һайлап алырға мөмкин: Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Тимерйән Йосопов, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Абдулхаҡ Игебаев, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Хәсән Назаров, Тамара Ғәниева, Рауил Шаммасов, Рәшит Шәкүров, Роберт Паль, Гүзәл Ситдиҡова.

Проект башҡорт телен һаҡлауға, яҡлауға һәм үҫтереүгә, Республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыуға, балаларҙың башҡорт мәҙәниәтенә, теленә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, граждандарҙа башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, йолаларына һәм тарихына хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Ойоштороусылар: Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан республикаһы муниципаль берәмектәре хакимиәттәре.

 

Сығанаҡ: Республиканский центр народного творчества РБ

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: