Йыл һайын үткәрелеп килгән был ярыш төрөн үҙ итеүселәр һаны быйыл 45-кә тулды. Шуны билдәләргә кәрәк, сараға ир-егеттәр менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙар, ололар, балалар, ғөмүмән ғаилә менән килеүселәр ҙә булды.
Балыҡсылар араһында “Иң бәләкәй ҡатнашыусы” – Хәйбулла районынан Надира Торошова билдәләнде. Уға ни бары 5 кенә йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең бар тырышлығын һалып был ярышта бик ихлас ҡатнашты.
Ә “Иң өлкән балыҡсы” исеме – Матрай ауылынан Юлдаш Ҡәйеповҡа бирелде, уға 77 йәш.
Сәмле ярыш башланыр алдынан ҡатнашыусыларҙың барыһы ла теркәлеү үтте һәм башланыу старты бирелеү менән йәш айырмаһына ҡарамай, бер тигеҙ шарттарҙа балыҡсылар ҡармаҡлауын дауам итте, һәм боҙ аҫтынан бер-бер артлы балыҡтар һөйрәп сығарҙы.
Бында инде оҫталыҡ, тәжрибәлек менән бер рәттән уңыш һәм даланлылыҡ өҫтөнлөк итте. Оҫта балыҡсылар йылдар дауамында туплаған тәжрибәләренә таянып үҙҙәре белгән генә серҙәрҙе ҡулланһа, яңылары тик уңышҡа ышанды.
Өс сәғәттән ашыу барған ярыштың һөҙөмтәһе, тотолған балыҡтарҙы үлсәү менән билдәләнде. Иң күп күләмдә балыҡ тотоусы Николай Серков, унан саҡ ҡына ҡалып, икенсе урынды яулаусы Ирек Моталлапов һәм өсөнсө урынғы сығыусы Раяз Хәкимов булды. Иң ҙур балыҡ Полина Алексеевала булһа, иң бәләкәй балыҡты Мөхәмәтрәхим Ишсурин эләктерҙе. “Тиҙ быраулаусы” номинацияһы еңеүселәре итеп Вадим Ҡунаҡасов менән Йәмил Ғөбәйҙуллин һайланды.
Ярыш еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу менән тамамланды.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!