Ауыл уттары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Апрель , 15:45

Бөтә Рәсәй «Ғаилә традициялары» акцияһы

Башҡортостан уҡыусыларын Бөтә Рәсәй «Ғаилә традициялары» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар. Ул 2024 йылдың 29 мартынан 14 апреленә тиклем үтәсәк.

Ҡатнашыу өсөн:

⃣ Ғаиләгеҙ хаҡында 3 минутлыҡ видеояҙма яҙҙырырға.

⃣ «Культурадляшкольников.рф» порталында теркәлергә.

⃣ Күрһәтелгән һылтанма буйынса шәхси кабинетта акцияла ҡатнашыу тураһында ғариза ҡалдырырға кәрәк: vk.cc/cvJ1HA.

🏆 Конкурс номинациялары:

— «Традицион йыр»;
— «Традицион бейеү»;
— «Традицион музыка ҡоралдарында уйнау»;
— «Традицион аш-һыу»;
— «Традицион кәсептәр».

📌 Акция йомғаҡтары буйынса жюри ағзалары иң ҡыҙыҡлы 50 эште һайлап аласаҡ. Исемлек порталда сыға. Еңеүселәр 2024 йылдың 15 майында иғлан ителә.

Акция Ғаилә йылына арнала. «Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт» проекты Рәсәйҙең Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары тарафынан Мәҙәни стратегиялар һәм проект идаралығы үҙәге һәм Рәсәй мәҙәниәт фонды менән берлектә тормошҡа ашырыла.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: