Конкурста 7 йәштән 22 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр, шулай уҡ ғаиләләр ҡатнаша ала. Ғаризаны күрһәтелгән һылтанма буйынса ебәрергә кәрәк: vk.cc/cyoUoj.
Конкурс номинациялары:— Бейеү
— Музыка
— Һөнәр
— Ғаилә тарихы
— Йәмәғәт проекты
Ниндәй бүләктәр алырға мөмкин?— сертификат һәм дипломдар;
— лазер проекторҙары;
— планшеттар;
— аҡыллы колонкалар;
— фотоаппараттар;
— ҡолаҡсындар;
— китаптар;
— тематик этномәҙәни әйберҙәр.
Конкурс-фестивалдең финалы 2024 йылдың 19 һәм 20 октябрендә Мәскәүҙә үтәсәк. Еңеүселәрҙе концерттағы сығыштар ваҡытында профессиональ жюри билдәләй. Унда шулай уҡ презентациялар, эштәр күргәҙмәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

