– Гөлназ Радмил ҡыҙы, ни өсөн “башҡорт теле – дәүләт теле” һәм “башҡорт теле – туған тел” тигән төшөнсәләр бер-береһенә ауаздаш түгел? Быйылғы уҡыу йылына тиклем мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың нисек ойошторолоуын тағы ла бер тапҡыр аңлатһағыҙ ине. Ул ҡайһы кластарҙа һәм ниндәй күләмдә уҡытыла?
– Туған телде өйрәнеү – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән билдәләнгән хоҡуҡ ул. Уҡыу пландары хаҡында һүҙ алып барһаҡ, туған тел – белем биреү программаһындағы уҡыу пландарының инвариатив өлөшөнә ингән мотлаҡ предмет. Туған телде, беренсенән башлап, бөтә кластарҙа ла мотлаҡ өйрәнәләр.
Башҡорт телен мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ уҡытыу Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы менән тәьмин ителә. Был предметты һәр кем үҙе һайлай. Ул белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусылар төҙөгән уҡыу планына инергә тейеш. Былтырға тиклем беҙҙә ата-әсәләрҙең фекере коллегиаль органдар аша иҫәпкә алынды. Балаларға һәм ата-әсәләргә икенсенән алып туғыҙынсы класҡа тиклем башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү тәҡдим ителде. Был Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһындағы законында билдәләнгән.
Быйыл иһә хәл бер аҙ үҙгәрҙе. 28 августа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы йомғаҡтары буйынса күрһәтмәләре бирелде. Хәҙер һәр ата-әсә балаһы өсөн туған телде билдәләргә һәм мәктәптә уны өйрәнеүгә ғариза яҙырға тейеш.
Дәүләт статусындағы башҡорт теленә килгәндә иһә, һәр мәғариф ойошмаһында ул теләк буйынса тәҡдим ителә. Әммә, ҡабатлап әйтәм, был тәҡдим – мотлаҡ , сөнки ул Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында һәм “Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында”ғы Законда билдәләнгән.
2011 йылдан федераль дәүләт мәғариф стандарттары ғәмәлгә индерелде. Шул мәлдән алып балалар етенсе класҡа етте. Ошо йылдарҙа улар өйрәнеләсәк предметтарҙы ата-әсәләр менән бергә һайланы, был мәсьәләне йыйылыштарҙа хәл иттеләр. Әммә әлегә тиклем уларҙан йыл һайын ғариза йыйылманы. Был эште белем баҫҡысына ҡарап, әйтәйек, беренсе һәм бишенсе класта, башҡаралар ине. Хәҙер иһә беҙ йыл һайын ата-әсәләрҙән ниндәй фәндәрҙе өйрәнергә теләүҙәре тураһында ғариза яҙҙырасаҡбыҙ.
– Гөлназ Радмил ҡыҙы, йәнә бер хәтергә төшөрөгөҙ әле: Владимир Путин Йошкар-Олала үткән Милләт-ара мөнәсәбәттәр советында прокуратура органдарына һәм төбәк власы етәкселәренә ниндәй күрһәтмә бирҙе? Был күрһәтмә туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүгә ниндәй йоғонто яһаясаҡ?
– Милләт-ара мөнәсәбәттәр советында Владимир Владимирович Путин төбәк башлыҡтарына теләк буйынса туған телдәрҙә һәм дәүләт телдәрендә уҡытыуҙы һәм уларҙы өйрәнеүҙе тәьмин итергә ҡушты.
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһына “Рособрнадзор” менән берлектә ил төбәктәрендә граждандарҙың Рәсәй халыҡтары телдәре иҫәбенән туған телде һәм Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙың дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү хоҡуғын тәьмин итеүгә ҡағылған ҡануниәт положениеларын үтәүҙе тикшереү бурысы йөкмәтелде. Ғәмәлдә бөтә үҙенсәлек ошоға ҡайтып ҡала. Ә был фәндәрҙе өйрәнеүгә иһә бер ниндәй ҙә йоғонто яһалмаясаҡ. Ниндәй предметты һайлауҙы ата-әсә үҙе хәл итәсәк. Иҫке стандарттар буйынса башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, балаларға милли төбәк компоненты нигеҙендә тәҡдим ителһә, яңы стандарттар буйынса бындай компонент юҡ. Мәктәп компоненты ғына бар. Предметтарҙы ата-әсәләр һайларға тейеш. Фәндәрҙең береһе рәүешендә уларға, дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле лә тәҡдим ителә.
– Тимәк, тамырынан ниндәйҙер үҙгәрештәр булмаясаҡ?
– Етди үҙгәрештәр юҡ. Мотлаҡ шарт барлыҡҡа килде – теге йәки был фәнде һайлап алып өйрәнеү өсөн ата-әсәнең ирекле яҙма ризалығын алыу.
– Ил Президентының ошо күрһәтмәһен үтәү йәһәтенән республикабыҙ ниндәй позицияла?
– Республика ил Президенты Владимир Путинды ошо күҙлектән хуплай, сөнки туған телдәр, дәүләт теле булараҡ башҡорт теле лә, ирекле нигеҙҙә, теләк буйынса өйрәнелергә тейеш. Шуға күрә әле бөтә мәктәптәрҙә үткәрелгән йыйылыштарҙа ата-әсәнән ниндәй фәндәрҙе һайлауҙары күрһәтелгән ғаризалар йыйылды. Уларға төрлө йүнәлештәге предметтар тәҡдим ителде. Әммә уларҙың исемлеген мәғариф ойошмаһы, мөмкинлектәренән сығып, үҙе билдәләне.
Әйткәндәй, беҙҙәге яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле мәктәп уҡыусыларының 73 процентының ата-әсәһе башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе һайлаған. Йәғни бөгөн ниндәй милләт вәкиле булыуға ҡарамаҫтан, башҡортмо, русмы, татармы, сыуашмы, маримы ул, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнергә теләгән уҡыусылар һаны арта бара.
Был – бик етди күрһәткес. Ул республикабыҙ Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың, башҡорт телен теләк буйынса уҡытыуҙы һайлап, уға ярҙам итергә саҡырыуы йәмғиәттә хуплау табыуы хаҡында һөйләй. Ул шулай уҡ ата-әсәләрҙең дә, балаларҙың да башҡорт телен өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлауын, мәҙәниәттәр бәйләнешен, республикала милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау шарты булараҡ, үҙ-ара ихтирамды юғары баһалауын да сағылдыра.
Йәнә шуны танырға кәрәк: хәҙер беҙҙең бурыс (“беҙҙең” тигәндә, башҡорт телен уҡытыу сифатын яҡшыртыу яҡлыларҙы күҙ уңында тотам) тағы ла ҡатмарлана төшә. Телде өйрәнеү өсөн тауыш биргән кешеләр алдында яуаплылығыбыҙ арта. Шуға күрә башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлектәрен киңәйтергә, уны уҡытыу методикаһын яңыртырға, ошо эште тормошсан йөкмәтке менән һуғарырға, формаль ҡараштарҙан баш тартырға тейешбеҙ. Мәғариф буйынса август кәңәшмәһе барышында республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов асыҡтан-асыҡ ошо фекерҙе белдергәйне. Ата-әсәләр берләшмәһе менән әүҙемерәк эшләргә, уҡытыуҙың яңы алымдарын – факультативтарҙы, түңәрәктәрҙе, электрон курстарҙы, дистанцияла белем биреүҙе ғәмәлгә индерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта республиканан һәм илебеҙҙән ситтә йәшәгән, башҡортса һөйләшкән милләттәштәребеҙ хаҡында ла оноторға ярамай. Уларҙың да туған телен өйрәнергә мөмкинлеге булырға тейеш. Беҙ был йәһәттән ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.
Бер һүҙ менән әйткәндә, республикала башҡорт телен өйрәнеү һәм уҡытыу йәһәтенән тупланған тәжрибәне һаҡлап ҡалыу һәм байытыу өсөн барыһы ла эшләнәсәк.
– Башҡорт телен ирекле өйрәнеүгә бәйле төрлө фекер бар. Был хәл уны юҡҡа сығарыуға килтерәсәк, тип иҫәпләй ҡайһы берәүҙәр. Ысынлап та шулаймы? Уларға нимә тип яуап бирерһегеҙ?
– Телде үҙ теләгең буйынса өйрәнеү уны һәләк итеүгә бәрәбәр, тигән яңылыш фекер бар, тип иҫәпләйем. Минеңсә иһә, туған телде үҙ теләгең менән өйрәнеп кенә үҫтерергә һәм һаҡлап ҡалырға мөмкин. Йыл һайын ғариза яҙыу ата-әсәләрҙең мөмкинлектәрен арттыра төшә. Беҙҙә күп милләтле ғаиләләр бар. Йәғни быйыл улар туған тел булараҡ – рус телен, киләһе йылға башҡорт телен һайлай ала. Баланың конкурентлыҡ ҡеүәһе артһын тиһәң, ата-әсәләр был мөмкинлекте файҙаланырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Фәнде үҙ теләгең менән өйрәнеү дәүләт теле булараҡ башҡорт теле өсөн дә яңы офоҡтар аса. Был предметҡа формаль ҡараштан ҡотолоу, уны өйрәнеү методикаһын камиллаштырыу, уҡытыусыларҙың ижади һәләтен асыу, башҡорт теле дәрестәрен республикабыҙҙа йәшәгән бөтә милләт балалары өсөн ысын мәғәнәһендә кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Әйткәндәй, әле ата-әсәләрҙең ни бары һигеҙ проценты ғына балаһының башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүен теләмәй. Икенсе яҡтан, “Көсләп астырған күҙҙең нуры булмаҫ” тигән әйтемде лә оноторға ярамай. Беҙҙә балаларға сит телдәрҙе мәжбүри өйрәтеп, аттестатҡа яҡшы билдә ҡуйып та, мәктәпте тамамлағандан һуң ошо телдәрҙе бөтөнләй белмәүен раҫлаған миҫалдар етерлек.
Шуға ҡарамаҫтан, беҙ башҡорт телен өйрәнеү кәрәклеген аңлатыу буйынса эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Телде һайлаған 73 проценттың береһенең дә күңеле төшмәҫкә тейеш. Шул уҡ ваҡытта уны өйрәнеүҙән баш тартҡан һигеҙ процент ата-әсәләрҙең был уйынан кире ҡайтыуы ла ихтимал. Уҡытыу методикаһын камиллаштырып, заманса алымдарҙы ғәмәлгә индереп, дәрестәрҙе ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡлы ойоштороп, уларҙы йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ.
– Мәғариф министрлығы башҡорт телен өйрәнеү буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойошторғайны. Ниндәй һорауҙарҙы айырыуса йыш бирәләр? Граждандар ниндәй мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә?
– Бер аҙна эсендә 1,5 мең самаһы шылтыратыу булды. “Ниндәй фәндәрҙе һайларға була?” тигән һорауҙы йыш бирәләр. Шулай уҡ ни бары дүрт предметты ғына тәҡдим итеүҙәре хаҡында белдереп, бишенсеһен дә өҫтәһендәр ине, тиҙәр. Уларға нимә эшләргә? “Мәғариф тураһында”ғы федераль законға һылтанабыҙ. Унда иһә, фәндәр исемлеген мәғариф ойошмаһы, үҙ мөмкинлегенән сығып, төҙөргә тейеш, тип билдәләнә.
Күптәр башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ өйрәнеүҙең айырмаһын асыҡлауҙы үтенә. Бынан тыш, туған телде һайлау мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙы бирәләр. “Ниндәй телде туған тел тип иҫәпләргә?”, “Ғаиләлә һөйләшмәгән телде һайларға буламы?” тигән һорауҙар ҙа булды. Мәҫәлән, баланың метрикаһында бер тел яҙылған, ә ул бөтөнләй икенсе телде өйрәнергә теләй.
– Министрлыҡ бындай һорауҙарға ниндәй ҡарашта?
– Ыңғай ҡабул итәбеҙ. Быларҙың барыһы ла ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың юғары гражданлыҡ позицияһын сағылдыра. Улар үҙҙәренең туған телен өйрәнеү яҡлы, бер үк ваҡытта дәүләт теле булараҡ башҡорт телен белеүҙең мөһимлеген дә аңлайҙар. Артабанғы йәшәйешебеҙгә битараф түгелдәр. Шуға күрә һорауҙарҙың күп булыуына ҡыуанабыҙ ғына. Күреүебеҙсә, ата-әсәләрҙең ватансылыҡ тойғоһо бик юғары.
Был аҙнала меңдән ашыу һорау алдыҡ. Ата-әсәләр әле ғариза яҙыуға күнегеп бөтә алмай, сөнки элегерәк был эш йыйылышта асыҡтан-асыҡ тауыш биреү юлы менән башҡарыла ине.
Кешеләр ғаилә мәсьәләләре менән дә министрлыҡҡа мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, атай – бер, ә әсәй икенсе телде һайлаһа, мәғариф ойошмаһына нимә эшләргә? Беҙҙеңсә, был – һәр ғаиләнең шәхси эше. Уларҙы мәктәпкә саҡырырға һәм уртаҡ ҡарарға килергә кәрәк.
Төркөмдәрҙе тулыландырыу буйынса ла һорауҙар бар. Әйтәйек, класта өс кеше генә – бер телде, ә ҡалғандары икенсене һайлаһа, нимә эшләргә? Бының өсөн факультатив дәрестәр, параллель кластарға бүлеү юлы бар. Ата-әсәләргә төрлө ҡараштарҙы тәҡдим итергә кәрәк. Әммә уларҙың ҡарары мәғариф ойошмаһының мөмкинлектәренә тура килергә тейеш.
Тегтар: белем биреү, туған телдәрҙе уҡытыу