Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Июнь 2018, 19:25

Ырымбур ҡалаһына онотолмаҫ сәйәхәт

Апрель айында район ветерандар советы мәғариф бүлеге менән берлектә Ғаилә йылына арналған «Минең ғаиләм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тип аталған ижади эштәр конкурсы иғлан иткәйне. Ә еңеүселәрҙе шәп бүләк – Ырымбур ҡалаһына экскурсия көтә ине.

Тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр, ғаилә архивынан мәғлүмәттәр туплау, конкурс һөҙөмтәләрен тулҡынланып көтөүҙәр – былар барыһы ла артта ҡалды инде. Алда – мауыҡтырғыс сәйәхәт! Районыбыҙҙың төрлө белем усаҡтарынан йыйылған 10 уҡыусы Ҡашҡар мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Р.С. Алғошаев етәкселегендә юлға сыҡты. Мәктәп делегацияһын район ветерандар советы рәйесе, педагогик хеҙмәт ветераны Н.И. Булавина оҙатып барҙы.

Тәғәйен урында балалар төркөмөн Ырымбур дәүләт аграр университетының өлкән уҡытыусыһы, туған яҡ тарихын өйрәнеүсе Раиса Михайловна Вострикова ҡаршы алды. Юҡ ваҡытын бар итеп, ул балаларҙы ҡаланың тарихи һәм мәҙәни объекттары буйлап үҙе алып йөрөнө. Бер генә көн эсендә уҡыусылар тыуған яҡты өйрәнеү музейында, икмәк музейында, “Салют, Еңеү” паркында, данлыҡлы “Карауанһарай” мәсетендә, “Милли ауыл” мәҙәни комплексында, ә унда өлкәлә йәшәүсе 10 халыҡтың милли ихаталары һәм көнкүреш музейҙары урынлашҡан, булып өлгөрҙөләр. Ваҡыт шул тиклем тар ине, шуға балалар башҡорт һәм татар милли ихаталарын ғына ҡарай алдылар.

Бөтә объекттар ҙа уҡыусыларға бик оҡшаны. Бигерәк тә асыҡ һауала урынлашҡан “Салют, Еңеү” паркы хайран итте. Унда Бөйөк Ватан һуғышы заманындағы барлыҡ хәрби техника, тылда баҫыуҙарҙа эшләгән тракторҙар һәм, әлбиттә, һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә татыған балалар һәм ҡатындарҙың, һуғыш яралары алып ҡайтҡан һалдаттарҙың ысын ҙурлыҡтағы фигуралары ҡуйылған.

Аграр университетта ойошторолған икмәк музейындағы экспонаттарҙы ла уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Раиса Михайловна балаларға блокада икмәге һәм хәҙерге аҙыҡ-түлек тураһында һөйләне. Кешенең һаулығы, беренсе сиратта, дөрөҫ туҡланыуға бәйле, тине ул, шуға ла аҙыҡ-түлек сәнәғәте профессиялары бөгөнгө йәмғиәттә бик кәрәкле. Ә университетта был һөнәргә уҡыталар. Раиса Михайловна уҡыусыларҙы мәктәптән һуң аграр университетына уҡырға саҡырҙы.

Мауыҡтырғыс һәм фәһемле сәйәхәттән барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡалды һәм Ырымбур ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән таныштырған Р.М. Востриковаға һәм экскурсияны ойоштороусы Н.И. Булавинаға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Минеңсә, бындай хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итергә кәрәктер. Йәш быуын үҙ иленең данлы үткәнен белергә, ысын патриоттар булараҡ, Бөйөк Ватан һуғышының тарихын киренән яҙырға маташыусыларға ҡаршы яуап бирә алырға тейештәр. Әлбиттә, был мөһим эштә ололарҙың, ветерандарҙың роле бик ҙур.

И. Парфёнова.

Читайте нас: