Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Август 2018, 12:01

Башҡортостанда мәктәп һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһын нығытыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса мәғариф объекттарының матди-техник базаһын нығытыуға 1 миллиард һумдан ашыу бүленә. Был аҡса республика ҡаҙнаһына өҫтәмә килем иҫәбенә ингән. Республика Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.

Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, 300 миллион һум самаһы — республика белем биреү учреждениеларын капиталь төҙөкләндереүгә, 360 миллион һумға яҡыны муниципаль учреждениеларҙы капиталь ремонтлауға йүнәлтелә. Атап әйткәндә, был янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте көсәйтергә һәм объекттарҙы террорҙан һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш.
85 миллион һумдан күберәге мәғариф учреждениеларын аккредитация өсөн кәрәкле WorldSkills стандарттарына ярашлы итеүгә китә. Шулай уҡ Башҡортостанда Һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу барышында белем биреү технопарктарында балаларҙы уҡытыуға аҡса бүленә. Моноҡалаларҙа технопарктар булдырыуға 64 миллион һум ҡаралған.
Балалар баҡсаларында капиталь ремонт өсөн 100 миллион һумдан ашыуыраҡ бүленә — тәү сиратта был аҡса ясле төркөмдәре өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.