Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2018, 19:24

Һау бул, йәй! Һаумы, мәктәп!

1 сентябрь республикабыҙҙың бөтә уҡыу йорттарында, лицей-гимназияларында иң матур тантана – тәүге ҡыңғырау байрамы үтте.

1 сентябрь республикабыҙҙың бөтә уҡыу йорттарында, лицей-гимназияларында иң матур тантана – тәүге ҡыңғырау байрамы үтте.
Мәктәп… Һәр кемдең оло тормош юлы белем усағынан башлана, мәктәп йылдары юйылмаҫ хәтирәләре менән күңелдә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра. Быйылғы уҡыу йылы ла һәммәбеҙҙең йөрәгендә ҡәҙерле бер иҫтәлек булып ҡалһын ине. Ең һыҙғанып тырышып уҡыу, әүҙем тормош менән йәшәү, оло маҡсаттар ҡуйып, киләсәккә ҡыйыу атлау, кешелекле, бай рухлы булыу – был заман талабы. «Ҡанаттар осҡанда нығый», ти халҡыбыҙ. Тимәк, балаларға яҡшы уҡырға, белемле булырға тырышырға кәрәк.Беҙҙең районда ла 1 сентябрь – Белем һәм тыныслыҡ көнө, матур йолаға ярашлы үтте. Был көндө ауыл урамдарында сағыу, байрамса кейенгән, ҡулдарына гөлләмәләр тотҡан ҡыҙ һәм малайҙарҙың күп булыуын күҙәтә алдыҡ. Бөтәһе лә, оҙайлы йәйге ялдан һуң, көтөп алынған байрамға – 1 сентябрь айҡанлы уҙғарылған тантаналы линейкаға, мәктәп дуҫтарын һәм яратҡан уҡытыусыларын күрергә ашыҡты.
Ҡашҡар мәктәбендә
Ҡашҡар мәктәбендә Белем көнө ойошҡанлы үтте. Тантаналы линейка асыҡ тип иғлан ителгәс, Башҡортостан Гимны яңғыраны. Линейканы алып барыусы Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Юлгилдина беренсе класс уҡыусыларын байрам түренә саҡырҙы. Быйыл Ҡашҡар мәктәбенең беренсе класында дүрт уҡыусы белем аласаҡ. Улар: Абдуллин Илйән, Алғошаев Марсель, Арсланова Азалия һәм Рәхмәтуллина Айсулпан.
Ҡотлау өсөн иң беренсе һүҙ мәктәп етәксеһе, район Советы депутаты Илфат Сәмиғулла улы Алғошаевҡа бирелде. Ул байрам уңайынан барыһына ла иң изге теләктәрен еткерҙе. Райондан килгән вәкил, Йылайыр мәғлүмәт үҙәге директоры, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, район Советы депутаты Барис Ишбулды улы Солтанов та балаларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас тәбрикләне. Артабан тантанала ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, ауыл хакимиәте башлығы Флүзә Сәлим ҡыҙы Моратова, мәғариф ветераны Римма Вәли ҡыҙы Рәхмәтуллина, ата-әсәләр исеменән Ләйсән Миңлеғәле ҡыҙы Абдуллина сығыш яһаны. Байрам тантанаһы беренсе һәм урта кластар уҡыусыларының шиғырҙары, йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Уҡытыусылар, мәғариф ветерандары һәм барлыҡ ҡунаҡтарға сәскә гөлләмәләре тапшырылғас, беренсе класс уҡыусыларына Белем асҡысы һәм “Әлифба” китаптары бүләк ителде. “Зың-зың ҡыңғырау” йыры яңғырағас, тәүге ҡыңғырау шылтыраны. Тәүге ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы беренсе класс уҡыусылары һәм туғыҙынсы класс уҡыусыһы Юлгилдина Нәркәскә бирелде. Беренсе класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре тәүге уҡытыусылары Фәрзәнә Мостафа ҡыҙы Такалова менән көслө ҡул сабыуҙар аҫтында кластарына саҡырылдылар. Линейка ябыҡ тип иғлан ителгәс, уҡыусылар һәм класс етәкселәре Белем дәрестәренә таралышты. Тантаналы линейка барыһына ла оҡшаны.
Артабан “Рәсәй дәресе” акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған дәрес-осрашыу үткәрелде. Дәрес-осрашыуға абруйлы ҡунаҡтар – педагогия хеҙмәте ветераны Рима Хәлит ҡыҙы Байморатова һәм Йылайыр мәғлүмәт үҙәге директоры, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, район Советы депутаты Барис Ишбулды улы Солтанов саҡырылды.
Дәрес-осрашыу мәктәп музейында ойошторолдо. Музей етәксеһе Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы Нәҙерғолова инеш һүҙ менән сығыш яһағас, Ҡашҡарҙа тыуып үҫкән, юғары белемгә эйә булғас, ошонда уҡ мәктәптә балалар уҡытыуға үҙенең ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған Рима Хәлит ҡыҙы Байморатова тыуған яғыбыҙҙың тарихы тураһында бәйән итте. Район үҙәгенән килгән ҡунағыбыҙ иһә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап үткәрелгән күркәм саралар тураһында һөйләне. Рәсәйҙә беренсе булып ойошторолған Башҡортостан дәүләтселеге башында тороусы Әхмәтзәки Вәлидигә һәм уның көрәштәштәренә бағышлап стела һәм обелисктар асылыуы тураһында белде дәрестә ҡатнашыусылар. Оло ҡунаҡтарыбыҙ уҡыусыларҙы Башҡортостандың матур байрамын лайыҡлы ҡаршыларға саҡырҙы, уларҙың барыһына ла уҡыуҙарында ҙур уңыштар теләне. Сара һуңында күмәкләшеп фотоға төшөү ойошторолдо. Дәрес-осрашыу балаларҙың да, ололарҙың да күңелдәренә хуш килде.
Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында
Арҙаҡлы шәхесебеҙ Ш.Бабич исемен йөрөткән гимназия быйыл үҙ ишектәрен 385 уҡыусыға асты. Бында 42 – 11 класс, 28 – 9 класс һәм 22 беренсе класс уҡыусылары уҡыясаҡ. Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген үрелеп асҡан уҡыусыларҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы Аҡҡужина уҡыта.
Гимназистарҙы яңы уҡыу йылы менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов ҡотланы:
– Мәктәп, йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, һәр кемебеҙ өсөн йылы бер усаҡ булып хәтирәләрҙә һаҡлана. Уның менән бала сағыбыҙ, үҫмер йылдарыбыҙ бәйләнгән. Республикабыҙҙың лайыҡлы кешеләре булып үҫергә теләһәгеҙ, яҡшы уҡырға, фән үрҙәренә артылырға тырышырға кәрәк. Гимназияның педагогик составын һәм уҡыусыларын тағы бер яңы уҡыу йылы менән ихлас ҡотлайым. һәр саҡ алда булығыҙ, һәр саҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп эшләгеҙ һәм уҡығыҙ, – тине ул.
Артабан тантаналы линейкала ҡатнашыусыларҙы Ш.Бабич исемендәге гимназия директоры Р.Р.Дилмөхәмәтов һәм ата-әсәләр исеменән Г.Р.Хажиева ҡотланы.
Район үҙәгендә урынлашҡан коррекция интернат-мәктәбендә быйыл 154 уҡыусы белем эстәйәсәк. Шуларҙың 4-әүһе беренсе класҡа килгән. Уларҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы Вәсилә Фанир ҡыҙы Сөләймәнова уҡыта. Был белем биреү учреждениеһында балалар менән 21 уҡытыусы һәм 30 тәрбиәсе эшләй. Унан башҡа 1 педагог-психолог, 1 уҡытыусы-логопед һәм 1 социаль педагог бар.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА,
Мәҙинә Нәҙерғолова.
Читайте нас: