Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Сентябрь 2018, 15:18

“Идеянан – эшмәкәрлеккә”

Ошо көндәрҙә И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында “Идеянан – эшмәкәрлеккә” исеме аҫтында эшсе һөнәрен популярлаштырыу йәһәтенән республика мәғлүмәти акцияһы булып үтте.

Беҙҙең райондан был акцияла 5 белем биреү усаҡтарынан, атап әйткәндә, Юлдыбай, Ҡашҡар, Матрай, Йомағужа, Һабыр мәктәптәренән, бөтәһе 42 уҡыусы ҡатнашты. Улар был мәртәбәле сарала Г.В.Бегун, Р.Ф. Байғолова, Г.Б.Дилмөхәмәтова етәкселегендә йөрөп ҡайтты.

Беҙҙең Йомағужа мәктәбенән унда 10 уҡыусы ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Акция сиктәрендә, 7-11 класс уҡыусылары өсөн әүҙемлек зонаһы ойошторолдо, предприятие һәм учреждение күргәҙмәләре, һөнәри консультация буйынса оҫталыҡ дәрестәре, уҡыусылар менән һөнәр һайлау буйынса интеллектуаль интерактив уйындар үткәрелде. И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау, педагогик, сәнғәт колледждары студенттары бай концерт номерҙары менән сығыш яһаны һәм шуның менән үҙҙәре белем алған усаҡтарҙы презентацияланы.

Беҙгә бигерәк тә “Ҡояш аҫтында үҙ урыныңды һаҡла” уйыны оҡшаны. Унда ҡатнашҡан һәр кем эшсе һөнәрҙәре хаҡында үҙ фекерен белдерә, әңгәмә ҡороу алымдары һәм килеп тыуған хәлдәрҙән сығыу юлдары кеүек нәмәләр менән бүлешә алды.

Сарала Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре директорҙары һәм белгестәре лә булды.

Мин иһә ошондай матур сара уҙғарғандары өсөн ойоштороу комитетына рәхмәт белдергем килә. Ул бик юғары кимәлдә уҙғарылып, күңелле флешмоб һәм шарҙар осороу менән тамамланды.
Читайте нас: