Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2018, 17:05

Ғүмер бер генә...

Керчь политехник колледжы студентының бергә уҡыған йәштәштәренә һәм педагогтарына ҡорал менән һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә 21 кешенең ғүмере ҡыйылды. Был йән өшөткөс хәбәрҙе ишетмәгән, Керчь халҡы менән бергә ҡайғырмаған кеше ҡалмағандыр ул. Ә иң шомландырғаны, элегерәк һирәк-һаяҡ ҡына күҙәтелгән ошондай тетрәндергес хәлдәр хәҙер йыл да тиерлек ҡабатланып тора. Телевизорҙы йәки интернетты ҡабыҙҙыңмы, илебеҙҙең әле был, әле теге төбәгендә кешеләрҙең үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуы тураһындағы эс бошорғос хәбәрҙәргә юлығаһың. Әлбиттә, кемдеңдер үҙ теләге менән яҡты донъянан китеүе – оло трагедия, ә инде тормоштоң йәмен дә, тәмен дә тойоп өлгөрмәгән үҫмерҙәрҙең гүр эйәһе булыуы икеләтә аяныслы хәл. Балаларҙың үҙ теләге менән был тормоштан китеүенән дә мәғәнәһеҙерәк нәмә бармы икән донъяла?! Өмөттәр бөрөләнгән генә мәлдә, йәшәү башланып ҡына торғанда, ғүмерҙе өҙөү теләге ҡайҙан килә һуң йәш кешегә? Тыумыштан һалынған үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинктын, үлемдән ҡурҡыу тойғоһон да еңерлек ниҙәр кисерә әҙәм балаһы?

Тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ҙә башламаған егет һәм ҡыҙҙарҙың үҙ йәнен ҡыйыуы, ошоға бәйле күңелһеҙ статистика белгестәрҙе генә түгел, ябай кешеләрҙе лә оло хафаға һала. Сөнки беҙ барыбыҙ ҙа ата-әсәйҙәр һәм һәр кемебеҙ ғәзиз балаһын уның именлегенә ҡурҡыныс менән янаған хәүеф-хәтәрҙән аралараға теләй. Тимәк, тотош йәмғиәтебеҙгә ҡурҡыныс менән янаған замана афәтенән ҡотолоу юлдарын бергәләшеп эҙләү зарур.
Ғалимдар фекеренсә, суицидтың нигеҙендә нимәгәлер ҡаршы тороу, үс алыу, иғтибар талап итеү, ярҙамға саҡырыу, язанан ҡасыу, ғазапланыуҙан ҡотолоу, үҙ-үҙеңә яза биреү, йәшәүҙән баш тартыу ята. Бөгөн килеп психологтар араһында үҙ-үҙеңде аутоагрессив тотоу (аутоагрессивное поведение) тигән яңы төшөнсә барлыҡҡа килде. Белгестәр аңлатыуынса, агрессив тотоштоң бер формаһы булараҡ аутоагрессия үҙ-үҙеңә зыян килтереү тигәнде аңлата. Оҙайлы стрестар, үҙ ваҡытында хәл ителмәгән мәсьәләләр йыйылып килеп, кешене шәхес булараҡ юҡҡа сығара,тамам өмөтһөҙлөк һаҙлығына батыра, уның өсөн йәшәү йәме юғала...
Яңыраҡ район мәҙәниәт йортонда уҙған кәңәшмәлә тап ошо проблеманы хәл итеү юлдары барланды. Кәңәшмәгә социаль педагогтар, психологтар, район мәктәптәре уҡытыусылары һәм класс етәкселәре, табиптар һәм фельдшерҙар, төрлө ойошма-предприятиелар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәғариф бүлеге белгестәре йыйылды. Семинарҙың эшендә район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рес-публика клиник психотерапия үҙәгенең психологик оҙатыу һәм ышаныс телефоны менән профилактикалау бүлеге мөдире, психология фәндәре кандидаты, доцент, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш медицина психологы И.Р.Хох сығыш яһаны.
Ирина Рудольфовна билдәләүенсә, кешелә, бер яҡтан, йәшәү теләге шул тиклем көслө, ә шул уҡ ваҡытта тормош ҡәҙерен белмәйбеҙ. Үҙенең сығышында баш медицина психологы аутоагрессив тәртип тураһында ентекле һөйләне, һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән күңелһеҙ статистика менән таныштырҙы, был ҡурҡыныс аҙымға этәреүсе төп факторҙарҙы атаны. Яңғыҙлыҡ, өмөтһөҙлөк, үҙ көсөңә ышанмаусанлыҡ – ошо эмоциональ фонда төҙәтеп булмаҫлыҡ хаталар ҡылына ла инде. Педагогтарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, Ирина Рудольфовна яҡындарыбыҙға, бигерәк тә балаларға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы. Уҡыусылар менән эшләүсе белгестәр, ата-әсәләр үҫмерҙең күңел торошон мотлаҡ күҙәтеү аҫтында тоторға тейеш. Әгәр ҙә инде ул оҙайлы ваҡыт дауамында кәйефһеҙ булһа, баланың холоҡ-фиғеле ҡырҡа үҙгәреп китһә йәки ул уйсанланып йөрөһә, интернет селтәрендә күп ултырып та, аҙаҡ сәхифәһен юйҙыра икән, тимәк, борсолорға урын бар. Үҫмер менән мотлаҡ һөйләшергә, уны нимә борсоуын асыҡларға тырышырға һәм проблеманы хәл итеүҙә ярҙам итеп ебәрергә кәрәк. Урынлы ғына бирелгән кәңәш тә, ҡай саҡ бер генә йылы һүҙ ҙә ниндәй оло көскә эйә икәнен онотмайыҡсы.
Район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин Өфө ҡунағына фәһемле сығышы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм ошондай асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙең балалар менән эшләүселәр өсөн бик файҙалы булыуын билдәләне. Уҡытыусыларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, Илгиз Лирман улы һәр балаға кеше ғүмеренең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлатырға кәрәк тине. Тормош ығы-зығыһынан арынып, тирә-йүнебеҙгә күҙәтеүсәнерәк, яҡындарыбыҙға иғтибарлыраҡ булырға өйрәнәйек.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Ирина Рудольфовна йыйылыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, психологик ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе ышаныс телефоны менән таныштырҙы. 8-800-700-01-83 телефон һандарын йыйып, үҙеңдең проблемаларың хаҡында белгес-психолог менән һөйләшергә мөмкин.
Үҫмерҙәр араһында аутоагрессив тәртипте профилактикалау бөгөн, әлбиттә, көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе һәм был киҫкен проблеманы хәл итеү өсөн төрлө ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эшләүе төп шарт булып тора. Уҡытыусылар, беренсе сиратта, ата-әсәләр менән, табиптар, полиция хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ярҙамында, эҙмә-эҙлекле, системалы эшләргә тейеш. Ғөмүмән, бала хоҡуҡтары яҡланған һәм шәхес булараҡ ихтирам ителгән йәмғиәттең генә тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үҫешеүен онотмаһаҡ ине.
Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.
В.Климов фотолары.
Читайте нас: