Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Декабрь 2018, 19:31

Күңелгә рухи көс биргән йыйын

Ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡарлы-буранлы ноябрҙең бер көнөндә илебеҙгә бик күп шәхестәр биргән Юлдыбай урта мәктәбендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу” темаһына районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары үтте. Семинар “Туған тел – аралашыу сараһы ғына түгел, ә йәш быуынға тәрбиә биреүҙә баһалап бөткөһөҙ нигеҙ! Туған тел – ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған һәм беҙ киләсәк быуынға тапшырырға тейешле иң бай рухи ҡомартҡы!” – тигән девиз аҫтында үтте.

Килгән ҡунаҡтарҙы уҡыусылар башҡорт рухы менән сорналған шиғырҙар һәм йырҙар менән ҡаршы алды. Артабан эш программаһына ярашлы асыҡ дәрестәр ҡараныҡ. Юғары категориялы уҡытыусы Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы Ҡашҡарова 6-сы класта “Сифат. Матур ғаилә – ил ҡото” тигән темаға бик фәһемле дәрес күрһәтте. Ғаиләләге тоғролоҡ, бер-береһенә ҡарата хөрмәт, сафлыҡ һәм матурлыҡ төшөнсәләре аша балаларға сифат темаһын бик оҫта еткерә алды тәжрибәле уҡытыусы. Уҡыусылар ғаилә ҡиммәттәре тураһында матур итеп фекер алышырға ла өлгөрҙөләр.
Икенсе дәресте “Баш-ҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр” тигән темаға 5-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Марат ҡыҙы Кинйәбаева үткәрҙе. Балалар “Әминбәк”, “Аҡъял батыр” һәм “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәттәренең геройҙарын төрлө яҡлап анализланылар.
Ике дәрес тә федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы итеп төҙөлгән ине, «ЯКласс» электрон белем биреү порталы мөмкинселектәрен ҡулланыу, беренсенән, балаларҙың белем-дәрен тиҙ арала баһа-ларға ярҙам итте, икен-сенән,уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн бик уңайлы ысул булды.
Дәрестәрҙән һуң ҡунаҡтарҙы тамаша залына саҡырҙылар. “Бала тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының роле” тигән темаға кластан тыш сараны ҡарап, үҙебеҙгә рухи аҙыҡ алдыҡ. Башланғыс класс малайҙарының дәртле йырҙары, ҡыҙҙарҙың моңло бишек йырҙарын көйләүе, оҫта бейеүҙәре барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Урта класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Мин-башҡорт” йыры күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтте.
Семинарҙың йом-ғаҡлау өлөшөндә үткә-релгән дәрестәргә, клас-тан тыш сараға анализдар яһалды һәм туған телебеҙҙе уҡытыуға ҡағылышлы һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде. Ошондай матур йыйынды ойоштороусы район мәғариф бүлеге баш белгесе Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасоваға һәм Юлдыбай мәктәбе етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ләйсән ЮЛГИЛДИНА,
Читайте нас: