Белеүегеҙсә, 10-12 апрелдә Өфө ҡалаһында “Торатау” конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте.
Съезды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Съезда делегаттар булып Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойшмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары белем биреү ойошмаларының етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, белем биреү ойошмалары директорҙары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары мөдирҙәре, туған телдәр буйынса әйҙәүсе методистар һәм белгестәр ҡатнашты.
Беҙҙең райондан был ҙур форумға 9 делегат: район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы Айытҡолова, туған телдәр буйынса методист һәм әйҙәүсе белгес Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Рөстәм Ришат улы Дилмөхәмәтов, башҡорт теле уҡытыусылары Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаева, Әнисә Әкрәм ҡыҙы Такаева, Әлфиә Мәрүән ҡыҙы Тулыбаева, Фәтихә Фәтих ҡыҙы Аҡҡужина, Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы Ҡашҡарова, Матрай ауылының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы мөдире Әлиә Рафаэль ҡыҙы Аҡҡусҡарова барҙы. Делегация составына шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡ Мәҙинә Ғәйнитдин ҡыҙы Нәҙерғолова һәм ата-әсәләр йәмәғәтселегенән вәкил Айгөл Салауат ҡыҙы Аҡҡужина ингәйне.
Съезд ойошҡанлы, эшлекле мөхиттә үтте. Ике көн буйы барған ултырыштарҙа күп мәсьәләләр ҡаралды һәм фекер алышыуға сығарылды. Съезды сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин асты һәм сығыш яһаны. Үҙенең сығышында ул башҡорт телен уҡытыуҙың кимәлен күтәреү буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Беренсенән, 2024 йылға Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Ишембай, Туймазы ҡалаларында, Дүртөйлө, Дыуан, Белорет, Әбйәлил райондарында башҡорт, рус, инглиз һәм шулай уҡ көнсығыш телдәрен төплө өйрәнеү буйынса 12 лингвистик гимназия асырға тигән тәҡдим яңғыраны. Икенсенән, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә дәртләндереү сараларын күреү, шул маҡсатта башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа, "Урал батыр" эпосы буйынса конкурста еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы башлығының махсус премияһын булдырыу; башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙы еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар биреү, бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә инеү мәсьәләһен хәл итеү зарурлығы әйтелде. Шулай уҡ башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүселәрҙе дәртләндереү премияһын арттырырға тәҡдим ителде. Туған телдәр уҡытыусыларын әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү мөһимлеге билдәләп үтелде.
Сығышын йомғаҡлап, А.В. Хажин бер төркөм уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының наградаларын тапшырҙы. Беҙҙең райондан Юлдыбай мәктәбе уҡытыусыһы Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы Ҡашҡарова юғары наградаға – “Мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин да бер төркөм алдынғы уҡытыусыларҙы бүләкләне.
Артабан съезда ҡатнашыусылар Өфө ҡалаһының белем биреү ойошмаларына таралдылар. Уҡытыусыларҙы Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты, М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы ҡабул итте. Йөкмәткеле экскурсиялар, уҡытыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре юғары кимәлдә үтте. Артабан делегаттар “Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы”на, “Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы”на инновацион проекттар әҙерләү буйынса форсайт-сессияла ҡатнашты.
Съездың икенсе көнө Баш-ҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлысы башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың сәләмләүе менән башланды. Алдынғы уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды.
Шунан съезда ҡатнашыу-сылар «Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге»; «Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле: тәжрибә һәм яңылыҡтар»; «Этномәҙәни белем биреү мөхите: лингвистик шәхес формалаштырыуҙа күсәгилешлек»; «Урта һәм юғары һөнәри белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре»; «Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле»; «Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреү мөхитен булдырыу»; «Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте: туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» тип исемләнгән дискуссия майҙансыҡтарында эштәрен дауам итте.
Шулай уҡ «Торатау» бинаһында төрлө күргәҙмәләр эшләне, республиканың ғалимдары һәм педагогтары башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеүҙә яңы интерактив технологиялар менән таныштырҙы.
Докладтар, фекер алышыуҙар, эшлекле тәҡдимдәр туған телебеҙҙе артабан үҫтереүгә яңы үҙгәрештәр керетте.
Делегаттар, дискуссия майҙансыҡтарының эшен йомғаҡлап, артабан модераторҙар һәм спикерҙар кәңәшмәһенә йыйылды. Кәңәшмә Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров ҡатнашлығында үтте. Тележурналист Зөлфиә Рәхмәтуллина кәңәшмәне бик йәнле алып барҙы.
Съезд үтте. Уның һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәҫ һәм артабан башҡорт теле уҡытыусыларының эшендә, шулай уҡ киң йәмәғәтселек тормошонда сағылыш табыр, тип ышаныслы әйтергә була.