Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Май 2019, 17:51

Уҡытыу сифатын яҡшыртыу – көнүҙәк бурыс

Заманса мәктәптәрҙе сафҡа индереүгә, киләсәк уҡытыусыларына һәм һәр баланың уңышына республика алты йылда 17,3 миллиард һум аҡса аласаҡ, шуның 4,9 миллиард һумын – быйыл. 645 миллион һумды ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа яңы мәктәптәр һалыуға, уларҙың матди базаһын яңыртыуға тотоноу күҙаллана. Быйыл беҙҙең район үҙәгендәге Н.Р. Ириков исемендәге урта мәктәптә лә ҙур ғына ремонт эштәре башҡарылды.

Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, киләһе ике йылда 49 мәктәп төҙөләсәк, ремонтланасаҡ.
2024 йылға мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү бурысы тора. Был мәсьәлә айырыуса Өфөлә киҫкен.
Тағы ла бер мөһим бурыс – бөтә илгә танылған Рәсәй “Сириус” белем биреү үҙә-генә оҡшаш һәләтле балаларҙы асыҡ¬лау һәм уларға булышлыҡ итеү үҙәктәрен асыу. Өфөлә ике предуниверсарий барлыҡҡа килгән дә инде. Береһе Республика художество гимназия-интернаты, икенсеһе иһә Республика инженерлыҡ лицей-интернаты нигеҙендә. Уларҙы уңышлы тамамлағандар Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары сафын тулыландырасаҡ.
Быйыл федераль бюджеттан Башҡорт¬ос¬танға тап ошондай белем биреү үҙәк¬тәрен асыуға – 211,4 миллион һум, мәк¬тәптәргә һанлы технологиялар индереүгә – 128,5 миллион һум, пенсия алды йә¬шендәге кешеләргә өҫтәмә белем биреүгә, һөнәри уҡытыуға 103 миллион һум бүленә.
Читайте нас: