Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Май 2019, 19:49

Кескәй сәсәндәр бәйгеһе

Йылайыр ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында йәш сәсәндәр араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсы үтте. Халҡыбыҙҙың тарихи мираҫын һаҡлауға, балаларҙың һәләтен асыуға, мәҙәниәткә һәм әҙәбиәткә бәләкәстән һөйөү уятыуға йүнәлтелгән был сарала беҙҙең кескәйҙәр – районыбыҙҙың балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр көс һынашты.

Конкурста 12 балалар баҡ-саһынан 34 бала ҡатнашты. Еңеүселәр инсценировка һәм яңғыҙ башҡарыу номинацияларында билдәләнде. Жюри ағзалары сығышты юлдарҙың күләме, тасури ятлау, костюмдар һ.б кеүек критерийҙар буйынса баһаланы.
Инсценировка номина-цияһына балалар баҡсалары бик яуаплы әҙерләнеп килгән: “сәхнә”, әйтерһең, ысын театрҙағылай, “Урал батыр” сюжетына ярашлы итеп биҙәлгән, “актерҙарҙың” кос-тюмдары аяҡ кейемдәренә тиклем уйланылған. Ҡайһы бер сығыштар бейеү, йырҙар менән дә байытылды. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ысын тамаша күрһәтте кескәйҙәр! Был номинацияла приз-лы урындарҙы Юлдыбай ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы (1-се урын), Һабыр ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы (2-се урын), Ҡашҡар ауылының “Миләш” һәм Йомағужа урта мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө (3-сө урындар) алды.
Яңғыҙ ятлау номинация-һында иң бәләкәй башҡарыусы – Һабыр балалар баҡсаһынан өс йәшлек Нуриман Таһиров “Урал батыр”ҙан үҙенең тәүге 50 юлын ятлап ишеттерҙе. Шулай уҡ эпосты ике телдә – русса һәм башҡортса – һөйләүселәр ҙә булды. Ә иң күп ятланған юл күләме – 300.
Яңғыҙ ятлау номинация-һында урындар ошолай бүленде:
1-се урын – Арыҫлан Әптиков, Матрай ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы;
2-се урын –Семён Серков, Йылайыр ауылының “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы;
3-сө урындар – “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһынан Самат Вәлиев, “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһынан Дарья Воголова, Яманһаҙ балалар баҡсаһынан Латифа Байегетова.
– Иң беренсе кескәйҙә-ребеҙгә рәхмәт әйткем килә. Шундай күләмле лә, ауыр ҙа эпосты ятлай алған бала – ғаиләһен, тыуған ауылын яратҡан кеше. Ата-әсәләр менән тәрбиәселәргә айырым рәхмәт. Кескәйҙәрҙән ошо еңел булмаған юлдарҙы ятлаттырыу өсөн күпме тырышлыҡ һалыуығыҙҙы бик яҡшы аңлайым. Ә һеҙ, бәләкәйҙәр, мәктәпкә барғас та “Урал батыр”ҙы онотмағыҙ, бөгөн эпостан 100-200 юл ятлаһағыҙ, артабан 500-1000 юлға етәбеҙ, тип тырышығыҙ, – тине, еңеүселәрҙе ҡотлап, район мағариф бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы Айытҡолова.
Конкурс аҙағында бәләкәй ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Аҙаҡ бергәләп уйындар уйнап алдылар, тәм-томдар менән сәй эстеләр.
“Ҡояшҡай”ҙа был көндө үҙе бер байрам булды, тиһәк тә арттырыу булмаҫ.
З. МУСИНА.
Автор фотолары.
Читайте нас: