Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Май 2019, 11:15

“Мәғариф” милли проекты

Һанлы белем биреүҙәр һәр кем файҙалана алырға тейеш“Мәғариф” милли проектының бер йүнәлеше – “Һанлы белем биреү мөхите” программаһы республикала 2024 йылға тиклем белем биреүҙең бөтә төрҙәрендә һәм кимәлендә сифатлы, һәр кем файҙалана алырлыҡ һанлы белем биреүҙе тәьмин итергә тейеш.

Һанлы белем биреүҙәр һәр кем файҙалана алырға тейеш
“Мәғариф” милли проектының бер йүнәлеше – “Һанлы белем биреү мөхите” программаһы республикала 2024 йылға тиклем белем биреүҙең бөтә төрҙәрендә һәм кимәлендә сифатлы, һәр кем файҙалана алырлыҡ һанлы белем биреүҙе тәьмин итергә тейеш.
Бының өсөн республикала 131,1 миллион һум йүнәлтелгән. Быйыл Башҡортостан Мәғариф министрлығы төбәк бюджетынан мәғариф ойошмаларында һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделен үҫтереүгә субсидия бүлеү тураһында 69 муниципалитет менән килешеү төҙөгән.
Һанлы белем биреү мөхите моделен индереү төбәктәге мәғариф ойошмаларында уҡыусылар, педагогтар һәм административ идара хеҙмәткәрҙәре өсөн “һанлы компетенция” профилен булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Шәхси уҡыу планын төҙөү, шул иҫәптән аттестация материалдарын үткәндә онлайн-курс һөҙөмтәләрен иҫәпкә алыу хоҡуғы, административ, идара һәм тәьмин итеү процестарын автоматлаштырыу, белем сифатын баһалау процедураһын үткәреү мөмкинлеген тыуҙырасаҡ.
Проект мәғариф учреждениеларын тотороҡло һәм юғары тиҙлекле интернет бәйләнеше менән дә тәьмин итәсәк. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин: "2021 йыл аҙағына Рәсәйҙең бөтә мәктәптәре лә селтәргә тоташыу ғына түгел, ә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителергә тейеш. 2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтырғанда секундына 128 килобит тиҙлеккә иҫәп тотҡаныбыҙҙы иҫләйем. Хәҙер ул секундына 50 йәки 100 мегабит булырға, йәғни был тиҙлек иң кәмендә 400 тапҡырға артырға тейеш", – тине.
Ф.Дауытов.
Читайте нас: