Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” белем биреү акцияһына беҙҙең район да ихлас ҡушылды. Мәктәп биналарында урынлашҡан майҙансыҡтарҙың махсус бүленгән залдары халыҡ менән шығырым тулы булды. Был үҙе үк милләттәштәребеҙҙең кәйефен күтәрҙе, рухи күтәренкелек бирҙе. Телебеҙҙе ихтирам иткән һәр кеше өсөн был көн, ысынлап та, матур байрамға әүерелде.
Башҡорт дәүләт университеты нигеҙ һалған был сара быйыл 5-се тапҡырға ойошторолоп, республикабыҙ башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарары менән халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде. Матбуғаттан белеүебеҙсә, Радий Фәрит улы үҙе лә акцияға ҡушылған һәм БДУ-ла ойошторолған майҙансыҡта диктант яҙған.
Йылайыр районында был акцияла 507 кеше ҡатнашты. Шуларҙың 157-һе – уҡыусылар. Диктант яҙыусыларҙың үҙ телен һөйөп кенә ҡалмай, уны яҡшы белеүҙәре лә һөйөндөрҙө комиссия ағзаларын – 251 кеше диктантты “бишле”гә яҙған. “4” билдәһен – 192, ә “3” билдәһен 64 кеше алған. Башҡорт телен өйрәнеүселәр төркөмөндә 32 кеше диктант яҙған.
Яҙма эште кем нисәгә яҙғанын ошо һылтанма буйынса инеп ҡарай ала:
http://bashkdictant.ru/результаты/