17-19 июндә йәмле Юрматы ерендә мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI Республика бәйгеһе үтте. Мәртәбәле ҡорға республикабыҙҙың төрлө райондарынан халҡыбыҙҙың иң аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары йыйылған ине. 166 ҡатнашыусының 46-һы эпосты яттан һөйләү буйынса көс һынашһа, 30 фольклор командалары «Урал батыр» эпосын һәм башҡа эпостарҙы сәхнәләштереүҙә ярышты.
Сара сәсәндәр парады менән башланып китте. Бәйгенең I турында Ҡашҡар төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары (етәксеһе Л.З. Юлгилдина) «Балаҡарға» эпосын сәхнәләштереп, бик һәйбәт сығыш яһанылар. Кискеһен бәйгеселәр Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары ҡуйған «Урал легендалары» мюзиклын ҡарап ҡыуанды. Бәйгенең икенсе көнөндә Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлнәзирә Мәхмүтова (етәксеһе Ә.Ә.Такаева) эпос-
ты яттан һөйләп, тамашасыларҙы һәм жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. Йәш сәсәндәрҙең белем кимәлен тикшереү маҡсатында ойошторолған "Үҙ уйын”да 5 команда ярышты. Беҙҙең уҡыусылар ҙа уйынға ҙур теләк менән ҡушылды. Гөлнәзирә бында ла һынатманы, бөтә һорауҙарға ла яуап биреп, төплө белемен күрһәтеп, командаһын I урынға алып сыҡты.
Юрматы ерендә үткән 3 көнлөк байрам йөкмәткеле, фәһемле булды. Торатауға менеп, изге теләктәр теләп, рухи көс алып, Вәлидиҙең тыуған ауылында урынлашҡан йорт-музейында булып, күп мәғлүмәттәр туплап, сағыу тәьҫораттар менән дәртләнеп ҡайттыҡ.
Афарин, уҡыусылар! Ошо күркәм сара оҙаҡ йылдар беҙҙең хәтеребеҙҙә яҡты бер мәл булып һаҡланыр тигән өмөттәмен. Был бәйге һеҙҙе тағы ла көслөрәк, берҙәмерәк итте, яңы даирәләр асты, дуҫтар арттырҙы, киләсәккә изге маҡсаттар ҡуйҙы. Урал батыр васыятына тоғро ҡалығыҙ, дуҫтар. «Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!»
Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.