– Бөгөн һәр кемдең тиерлек смартфоны бар. Күптәр, шул иҫәптән үҫмерҙәр өсөн мобиль ҡулайламаларға бәйлелек ысынлап та проблемаға әүерелде, — ти Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Балалар дәрес ваҡытында ла смартфондан айырыла алмай. Ниндәйҙер сикләүҙәр индерергә кәрәк. Ошо йәһәттән төрлө фекерҙәр бар, ләкин факт факт булып ҡала: смартфондар балаларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтә, уларға материалды үҙләштерергә ҡамасаулай, уҡыу процесының сифатын түбәнәйтә. Мобиль телефондарҙы бөтөнләй тыйырға ярамай, ләкин аҡыллы сикләүҙәр индерергә мөмкин һәм кәрәк. Депутаттар мәктәптәргә үҙҙәренең кимәлендә белем биреү ойошмаһы эсендә телефон ҡулланыуҙы регламентларға мөмкинлек биргән норматив документ әҙерләй.