Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2019, 13:22

Башҡортостанда Белем көнөндә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла

2019 йылдың 30 майында республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хәмер һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итте. Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр дата йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә) һәм ауыл, ҡалаларҙа һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылды. Бүтән көндәрҙә хәмер һатыу ваҡыты ла киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләнде ( сағыштырыу өсөн, элек киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем ине).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә, шуның өсөн уҡыусылар һәм студенттар өсөн уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана.

– Был көндө тотош республикала иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра һатыу тыйыла, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Беренсе хәмерһеҙ һабантуйҙар һәм Йәштәр көнө халыҡтың сикләүҙәр индереүҙе аңлап ҡабул итеүен күрһәтте. Был сара йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә ярҙам итә. Йәштәр араһында ла алкоголь ҡулланыуҙың кәмеүен көтәбеҙ.

Зөбәржәт Салауатова.
Читайте нас: