Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2019, 17:21

Йәйге каникулдар оҙайтылырмы?

Йәйге каникулдар 1 октябргә тиклем оҙайтылыуы мөмкин, тип яҙа РИА Новости. Бындай башланғыс менән Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов сығыш яһаған.

«Уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың йөкләмәһе ныҡ юғары: имтихандар июль башында ғына тамамлана һәм каникул ни бары ике ай дауам итә. Бынан тыш, уларҙың күбеһе йәй көнө эшләүҙе хуп күрә», тиелә аңлатмалы хатта.
Каникулдарҙы оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаусы депутат фекеренсә, ял көндәрен арттырыу өҫтәмә аҡса эшләргә йәки көҙ башында ял итергә барырға мөмкинлек бирер ине.Ә был үҙ сиратында Рәсәйҙә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Василий Власов белдереүенсә, ул был тема буйынса төрлө төбәктәрҙәге йәштәр менән фекер алышҡан һәм уларҙың күбеһенә был башланғыс оҡшаған. Ә һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар?
Зөбәржәт Салауатова.
Читайте нас: