Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Октябрь 2019, 19:07

Уңғандарҙың эше лә уң

Һеҙ фотола күргән уңған ҡыҙ һәм егеттәр Ҡашҡар төп белем биреү мәктәбе уҡыусылары булыр. Йәй буйына мәктәп яны участкаһында уҡытыусы апай-ағайҙары менән тырышып-тырышып йәшелсә-емеш үҫтергән балалар көҙөн мул уңыш йыйып алғандар. Айырыуса кәбеҫтәләре уңған ҡашҡарҙарҙың. “Ҡыш буйына рәхәтләнеп тәмле щи ашы йәки кәбеҫтә бәлеше менән һыйланырбыҙ әле”, – ти берҙәм хеҙмәттән оло ҡыуаныс алған балалар.

Читайте нас: