Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ноябрь 2019, 19:14

Этнография буйынса ҙур диктант яҙҙылар

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Этнография буйынса ҙур диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Ул илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә ойошторолдо.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә был күләмле акция дүртенсе тапҡыр үтте. Теләге булған һәр кем этнография буйынса, илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар тураһындағы белем кимәлен баһалай алды. Башҡортостанда Этнография буйынса ҙур диктантты 55 майҙансыҡта яҙҙылар.
Диктантта утыҙ һорау ҡуйылды: 20-һе – барыһы өсөн дә дөйөм, 10-ы – һәр төбәк өсөн айырым. Эште башҡарыуға 45 минут ваҡыт бирелде. Иң күбе 100 балл йыйырға була ине.
Башҡортостанда акцияны республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары, Халыҡ¬тар дуҫлығы йорто ойошторҙо. Ниндәйҙер сәбәп буйынса төбәк майҙансыҡтарында белемен тикшерә алмағандар өсөн www.miretno.ru сайтында 1 – 4 ноябрҙә онлайн тәртибендә тест үткәрелә. Ошо уҡ сайтта 10 ноябрҙә һорауҙарҙың дөрөҫ яуаптары баҫыласаҡ.
Читайте нас: