Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Декабрь 2019, 14:15

Аң даирәһен арттырған “Инеш”

Яңыраҡ Юлдыбай урта мәктәбендә ҡунаҡта “Рус һәм башҡорт халыҡтарының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының “Инеш” дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге” проекты сиктәрендә Сибай педагогия колледжы вәкилдәре булып ҡайтты

Яңыраҡ Юлдыбай урта мәктәбендә ҡунаҡта “Рус һәм башҡорт халыҡтарының мәҙәниәте аша Башҡортостан Республикаһының “Инеш” дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге” проекты сиктәрендә Сибай педагогия колледжы вәкилдәре булып ҡайтты.
Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына бойомға ашырылып килгән был проекттың төп маҡсаты, исемендә үк әйтелгәнсә, - дәүләт телдәренә иғтибарҙы арттырыу, мәҙәниәтте, йолаларҙы үҫеп килгән быуынға еткереү һәм һаҡлап ҡалыу. Проектта өс йүнәлеш буйынса – “Рухи мираҫ” башҡорт телен тергеҙеү, “Духовное наследие” рус телен үҫтереү, “Урал аръяғы оҫталары” студияһы әүҙем эш алып барыла. Тәүге икәүһе нигеҙендә Урал аръяғының райондарында һәм яҡын-тирәләге күрше өлкәләрҙә төрлө башҡорт һәм рус фольклор байрамдары ойоштороу күҙҙаллана. Ә өсөнсө йүнәлеш - “Урал аръяғы оҫталары” студияһы буйынса һәр байрамдың фольклор нескәлектәрен иҫәпкә алып, сараның урынын биҙәү, тематик күргәҙмәләр ойоштороу ҡаралған. Проект сиктәрендә тағы ла башҡорт мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, халыҡ уйындарына бағышланған китаптар һәм методик ҡулланмалар сығарыу планлаштырыла. Ә был ҙур эштең аҙағында башҡорт һәм рус ғаиләләре араһында ярыш ойоштороу көтөлә.
“Инеш”те етәкләүсе Сибай педагогия колледжы мәктәп бүлегенең бер төркөм тәжрибәле педагогтары – Гөлнара Харисова, Гөлнара Шакирова, Сәйҙә Мәмбәтҡолова, Татьяна Кузьминина һәм Гөлдәр Дәүләтбаева проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса бөгөнгө көндә күләмле эш башҡарып өлгөргәндәр: Сибай ҡалаһында “Халыҡ уйындары” ойошторолған, Төйәләҫ ауылының 11-се мәктәбендә “Осенины” (“Көҙҙө оҙатыу”) байрамы үткәрелгән, Ырымбур өлкәһенең Уртаҙым мәктәбендә Сөмбөлә байрамы күрһәтелгән.
Ә Юлдыбай мәктәбенә киләгәндә, Сибай педагогия колледжы вәкилдәре – мәктәп бүлегенең педагогтары һәм студенттары славяндар йолаһындағы “Кузьминки” байрамын сәхнәләштерҙеләр.
“Кузьминки” – байрамдың халыҡ телендәге исеме. Православие йолаһында ул көндө (хәҙерге заманда 14 ноябрь билдәләнә) Кузьма һәм Демьяндың хәтер көнө тип атала. Был датала көҙ миҙгелен оҙатып, ҡышты ҡаршылайҙар.
Сибайҙан килгән ҡунаҡтар Юлдыбай мәктәбенең тамаша залын кәрәгенсә биҙәнеләр: стеналарға, сәхнәгә ҡағыҙҙан көҙгө япраҡтар, ҡар бөртөктәре эленде, сөнки был көндө көҙ менән ҡыш алмашына. Сибайҙар ошо уҡ тематикаға төшөрөлгән һүрәттәр, сигеүҙәр күргәҙмәһе лә алып килгәндәр. “Кузьминки” славян байрамы булғас, күргәҙмәлә славян мотивлы эштәр өҫтөнлөк итте – городецк биҙәге (городецкая роспись), ҡорама мозаика, рушниктар – сигелгән таҫтамалдар, халыҡ кейемендәге ҡурсаҡтар һ.б. Ә сәхнәлә йорт эсен сағылдырҙылар – самауырлы, һыйлы табын, уның янында хужабикәләр.
Зал бәләкәй класс уҡыусылары менән тулғас та, тамаша башланды. Студенттар рус халыҡ бейеүен башҡарғандан һуң, “Кузьминки” байрамының ҡайҙан барлыҡҡа килеүе, ҡыҙыҡлы йолалары тураһында һөйләнеләр. Мәҫәлән, ул көндө күршеңдең тауығын урлай алаһың, һиңә бер кем дә һүҙ әйтмәйәсәк, сөнки тауығыңды урлаһалар – һинең турала яҡшы фекер йөрөтәләр, ә тауыҡ элекке хужаһына ла, яңыһына ла тик муллыҡ килтерә, тип һанала. Артабан студенттар был байрамда йәштәрҙең нисек күңел асҡанын йырлы-уйынлы формала күрһәттеләр.
Уҡыусылар ҙа сәхнәләге тамашаны күҙәтеп кенә ултырманылар, ә йәштәрҙең күңел асыуына ҡушылдылар: сибайҙар улар өсөн төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләп килгәндәр ине. Һәр бер әүҙем ҡатнашыусыға бүләк тә биреп барҙылар.
Сибайҙар алып килгән “күстәнәс” уҡыусыларға еңел булмаған уҡыу аҙанаһын яҡшы тамамлау өсөн уңайлы мөмкинлек булды. Улар сағыу тамаша ҡарап, уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр алып ҡына ҡалманылар, ә ял итеү формаһында үҙҙәре лә һиҙмәҫтән аң даирәләрен арттырҙылар. Сибай педагогия колледжы вәкилдәре лә, үҙҙәре әйтмешләй, Юлдыбай уҡыусыларынан энергия, дәрт алдылар, байрамды ойоштороуға бар яҡлап ярҙам күрһәткән уҡытыусылар коллективына рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәнеләр.
Читайте нас: