Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2019, 18:05

“Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестивале

3 декабрҙән райондың белем биреү ойошмаларында “Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестивале старт алды.Һеҙҙең иғтибарығыҙға Ҡашҡар ауылы мәктәбенән фотоһүрәт тәҡдим итәбеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәйек, фестиваль сиктәрендә белем биреү ойошмаларының һәр класы йәки төркөмө иң тәүҙә берәй илде һайлай. Шунан һайлаған иленең Яңы йыл йолаһына ярашлы бүлмәне биҙәй, традицион ризыҡтарынан табын әҙерләй һәм, әлбиттә, шул илгә бәләкәй генә “сәйәхәт” ойоштора – костюмдар тегәләр, байрамдың нисек үтеүен күрһәтәләр, шул телдә шиғырҙар ятлайҙар, бейеүҙәрен өйрәнәләр – һәр кемдең фантазияһынан тора.
Белем биреү ойошмаларының әҙерлеген район хакимиәте, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, “Ғаилә” район-ара үҙәге, райондың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре вәкилдәренән торған махсус комиссия баһалай.
Читайте нас: