Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2019, 17:40

Олимпиада һөҙөмтәләре иҫәпкә алынасаҡ

Уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән телһөйәр уҡыусылар өсөн һөйөнөслө яңылыҡ еткерәбеҙ: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала еңеүселәргә юғары уҡыу йорттары балл өҫтәйәсәк.

Был тәҡдимде Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яҙ Өфөлә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы барышында белдергән булған.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, Рәсәй Мәғариф министрлығының 2019 йылдың 24 июлендәге бойороғона ярашлы, Бөтә Рәсәй олимпиадалар һәм башҡа төрлө интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә индерелгән.

Ошо бойороҡҡа ярашлы, республиканың юғары уҡыу йорттары 2020/21 уҡыу йылында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүселәргә түбәндәгесә күләмдә өҫтәмә балдар билдәләне:
Башҡорт дәүләт университеты: еңеүсегә – 10 балл, призерға – 7 балл;

Өфө дәүләт нефть техник университеты: еңеүсегә – 10 балл, призерға – 7 балл;

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты: еңеүсегә һәм (йәки) призерға – 10 балл;

Өфө дәүләт нефть техник университеты: еңеүсегә – 10 балл, призерға – 7 балл;

Өфө дәүләт авиация техник университеты: еңеүсегә һәм (йәки) призерға – 7 балл;

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты: еңеүсегә һәм (йәки) призерға – 5 балл;

Башҡорт дәүләт медицина университеты: еңеүсегә – 3 балл, призерға – 2 балл.
Читайте нас: