Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2019, 18:40

Ауылдағы умартасылыҡ – киләсәккә билет

Дмитриевка урта мәктәбе базаһында “Ауылдағы умартасылыҡ – киләсәккә билет” тип исемләнгән район семинары уҙғарылды.

Башҡорт балы – донъяла киң таныулыҡ яулаған күп һанлы йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр еңеүсеһе. Уның файҙаһы, үҙенсәлеге яңы тикшеренеүҙәр арҡаһында иҫбатланып тора. Башҡорт балының киләсәге ҙур. Быға ваҡытында төшөнөп, эшкә тотоноу – бәхәсһеҙ үҙ һөҙөмтәһен күрһәтәсәк. Сара ла һүҙ ошо тураһында барҙы ла инде: ауылдағы умартасылыҡ – киләсәккә билет.
Семинарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х.Айтҡолова, мәғариф бүлегенең белгестәре һәм методистары, район мәктәптәренең директорҙары һәм технология дәресе уҡытыусылары, Дмитриевка мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары ҡатнашты.
Семинарҙа ҡатнашыусылар иғтибарына мәктәп коллективы һәм уҡыусылар умартасылыҡ темаһына ике күргәҙмә тәҡдим итте. Беренсе күгәҙмәлә – “Минең ғаиләлә бал ҡорттары” темаһына уҡыусылар төшөргән һүрәттәр урын алды. Икенсеһендә – умартасылыҡта ҡулланылған ҡорамалдар, тематик декоратив объекттар урынлаштырылған. Шулай уҡ күргәҙмәлә Дмитриевка ауылы халҡы тәҡдим иткән биш төрлө бал өлгөһөнә халыҡ экспертизаһы ойошторолдо: семинарҙа ҡатнашыусылар һәр береһен ауыҙ итеп ҡарағандан һуң, иң оҡшағаны өсөн тауыштарын бирҙеләр.
Артабан ҡунаҡтар ижади майҙансыҡтарға һәм лабораторияларға саҡырылды. Бында уҡыусылар тарих, топография, “Бизнес-идея”, мәктәп лабораторияһы төркөмдәренә бүленеп, үҙҙәренең тикшеренеү эштәре хаҡында бәйән иттеләр. Мәҫәлән, тарих төркөмө Һүрәм балының, ғөмүмән, Дмитриевка ауылында совет заманынан алып бөгөнгө көнгә тиклемге умартасылыҡ тарихын һөйләнеләр.
Топография майҙансығында эшләгән уҡыусылар Дмитриевка ауылының һәр бер урамында нисә йортта умарта барлығын, һуңғы дүрт йыл эсендә ауылда умартасылыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләләр һанының үҙгәрештәрен сағылдырған карта тәҡдим иттеләр.
Мәктәп лабораторияһы халыҡ экспертизаһында ҡатнашҡан биш бал өлгөһөн һыу, крахмал, шәкәр, ҡушымталар табыуға йүнәлтелгән химик экспертиза үткәрҙеләр. Әйткәндәй, балдарҙың бөтә төрө лә химик экспертизаны уңышлы үтеп, таҙа булыуҙары асыҡланды.
“Бизнес-идея” майҙансығында эшләгән уҡыусылар умартасылыҡ бизнесын башлар өсөн сығымдар, аҙаҡ килгән килемдәр күләмен иҫәпләү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Майҙансыҡтарҙың эшенән һуң, Дмитриевка урта мәктәбе директоры Е.А.Чекушкина коллегалары менән электрон журнал алып барыу тәжрибәһе менән бүлеште, был практиканың бар яҡлап уңай икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Артабан семинар мәктәптең тамаша залында дауам итте. Бында уҡыусылар ҡунаҡтарға яңы йылға бағышланған, бейеүҙәр менән байытылған бәләкәй генә сәхнә әҫәре ҡуйҙылар.
Сара аҙағында Дмитриевка мәктәбенең тәжрибәһен башҡа мәктәптәргә лә таратырға, ошондай семинарҙарҙы киңерәк форматта үткәрергә, умартасылыҡҡа балаларҙы ғына түгел, ә тотош ғаиләләрҙе лә ылыҡтырырға кәрәк, тигән теләктәр әйтелде.
Читайте нас: