Ғаризаларҙы ҡабул итеү быйыл да ике этапта үтәсәк: 1 февралдән 30 июнгә тиклем – мәктәп урынлашҡан биләмәлә рәсми рәүештә теркәлгәндәр өсөн, ә бына пропискалары бүтән ерҙә булғандар уны 1 июлдән 5 сентябргә тиклем тапшыра аласаҡ.
Ғаризаны интернет аша яҙыу өсөн Башҡортостандың “Дәүләт хеҙмәте” (Госуслуги) сайтындағы “Мәктәпкә электрон рәүештә яҙылыу” бүлегенә инергә кәрәк.
Был ысулдың уңайлыҡтары күп. Беренсенән, ғаризаны өйҙән сыҡмай ғына, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ебәреп була.
Икенсенән, ғариза биргәс, уның ҡаралыу торошон күҙәтергә мөмкин. “Дәүләт хеҙмәте” сайты граждандарға һәр этап һайын мәғлүмәт ебәрәсәк.
Өсөнсөнән, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, махсус ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.