Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2020, 17:45

БДИ тураһында нимә белергә кәрәк

Сығарылыш кластар уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, педагогтар өсөн яуаплы мәл – быйылғы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнеү осоро башланды. Егеттәргә һәм ҡыҙҙарға, мәктәп йылдарының иң мөһим имтихандарын тапшырып, өлгөргәнлек аттестатын алырға кәрәк. Быйыл район мәктәптәренең 75 уҡыусыһы финиш һыҙығына сыҡты. Уларҙан тыш, мәктәпте бынан алдағы йылдарҙа тамамлаған дүрт кеше БДИ тапшырырға теркәлгән.Бөгөн беҙҙең сығарылыш класс уҡыусылары алдында бик етди мәсьәлә тора – буласаҡ һөнәреңде һайлау һәм, шуға таянып, БДИ-ла ҡатнашыуға ғариза биреү. Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыуға ғариза биреү ваҡыты, уны үткәреү этаптары, мотлаҡ фәндәрҙән һәм уҡыусы үҙе һайлаған фәндәрҙән тапшырыласаҡ имтихандар тураһында беҙгә район мәғариф бүлегенең баш белгесе, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы координаторы Алһыу Салауат ҡыҙы АМАКАСОВА түбәндәгеләрҙе һөйләне.

– Сығарылыш кластар уҡыусыларына тағы бер тапҡыр иҫләткем килә: БДИ-ла ҡатнашыу өсөн ғаризаны 1 февралгә тиклем бирергә була.
Быйыл да БДИ, йылдағыса, өс этапта үтәсәк: ваҡытынан алда тапшырыу этабы (20 мартан 13 апрелгә тиклем), төп этап (25 майҙан 29 июнгә тиклем) һәм өҫтәмә осор (4 сентябрҙән 22 сентябргә тиклем). Имтихандар теҙмәһе менән БДИ-ның рәсми мәғлүмәт порталында (ege.edu.ru) танышырға мөмкин.
Урта дөйөм белем биреү программары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тәртибенә ярашлы, бынан алдығы йылдарҙың сығарылыш класс уҡыусылары БДИ-ны ваҡытынан алдағы осорҙа йәки төп этаптың резерв осоронда, ә быйылғы сығарылыш уҡыусылары – төп этаптың төп осорҙарында тапшыра. Ҡайһы бер фәндәрҙән имтихандары бер көнгә тап килгән уҡыусылар уларҙың береһен резерв көндәрҙә тапшыра ала.
Быйылғы сығырылыш уҡыусылары БДИ-ны – район территорияһында, ә бынан алдағы йылдарҙың сығарылыш кластар уҡыусылары Салауат ҡалаһында тапшырасаҡ.
Экстерн уҡыусылар, урта һөнәри белем программалары буйынса уҡып йөрөгән, әммә урта дөйөм белеме булмаған уҡыусылар, шулай уҡ сит ил мәктәптәрендә урта дөйөм белем алыусы уҡыусылар өсөн имтихандар, уларҙың теләге буйынса, ваҡытынан алдағы осорҙа үткәрелергә мөмкин.
БДИ-ла ҡатнашыу тураһындағы ғаризала имтихан тапшырырға теләгән фәндәрҙе һанап китергә кәрәк. Уларҙың һаны буйынса сикләүҙәр юҡ. Ике имтихан – рус теле һәм математика – быйылғы сығарылыш кластар уҡыусылары өсөн мотлаҡ. Был фәндәрҙән имтихандарҙы уңышлы тапшырыу урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн кәрәк. Математика буйынса имтиханда быйылғы сығарылыш кластар уҡыусылары тик бер генә кимәлде – йә база кимәлен, йә профиль кимәлен – һайлай ала. Бынан алдағы йылдарҙың аттестаттары булған сығарылыш уҡыусылары математиканан имтихандың тик профиль кимәлен генә тапшыра ала.
Ҡалған фәндәрҙе уҡыусылар үҙҙәре һайлай. Улар артабан юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләүселәргә кәрәк. Имтихан тапшырыу өсөн фән һайлағанда буласаҡ һөнәреңде һәм ниндәй фәндәрҙең вузға инеү имтиханы тип иҫәпкә алынасағын күҙҙә тоторға кәрәк. Шуға ла ғариза бирер алдынан үҙең һайлаған уҡыу йортоноң сайтына инеп, шул туралағы мәғлүмәт менән танышып сығыу мотлаҡ.
Быйылғы сығарылыш кластар уыусылары БДИ тапшырыуға ғаризаны уҡыған урындарында яҙа. Бынан алдағы йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары иһә уны район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә бирергә тейеш (адрес: Йылайыр ауылы, Ленин урамы, 68. Тел.: 2-16-32).
Имтихан тапшырыуға ғаризаны уҡыусы үҙе, йә уның ата-әсәһе, йә ышаныс ҡағыҙы һәм шәхесен раҫлаусы документ нигеҙендә уның рәсми вәкиле яҙа ала.
Һаулыҡ мөмөкинлектәре сикләнгән булыу сәбәпле, имтихандарҙы ойоштороуҙың махсус шарттарын талап иткән уҡыусылар ғаризаға – психологик-медик-педагогик комиссияның рекомендацияһы күсермәһен, инвалид балалар федераль дәүләт медицина-социаль учреждение тарафынан бирелгән инвалидлыҡ фактын раҫлаусы белешмәнең төа нөсхәһен йәки күсермәһен ҡушып бирә.
Мәктәпте бынан алдағы йылдарҙа тамамлаған уҡыусыларҙан ғариза биргәндә белем тураһындағы документтың төп нөсхәһе йәки уның раҫланған күсермәһе талап ителә. Белем тураһындағы сит ил документтарының төп нөсхәһе йәки күсермәһенең тәржемәһе булырға тейеш.
Урта һөнәри белем программалары буйынса уҡыған уҡыусыларҙан, шулай уҡ сит илдең белем биреү ойошмаларында урта дөйөм белем алған уҡыусыларҙан ғариза биргәндә уларҙың урта дөйөм белем биреү програмаһы буйынса уҡып йөрөүҙәре йәки быйыл уҡып бөтөүҙәре тураһында әлеге белем биреү ойошмаларының белешмәһе талап ителә.
БДИ тапшырыу ваҡыты ғәфү итерлек сәбәптәр булған осраҡта ғына (ауырып китеү йәки башҡа хәлдәр) үҙгәртелергә мөмкин, тик улар тейешле документ менән раҫланған булырға тейеш. Бындай осраҡтарҙа дәүләт имтихан комиссияһына БДИ-ла ҡатнашыуҙың яңы сроктары күрһәтелгән ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: