Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2020, 18:40

Табип булғың киләме?

Яңы уҡыу йылынан Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ҡабул итеү тәртибе үҙгәрә. «Дауалау эше» йүнәлеше буйынса бюджет урындарының 70 проценты, «педиатрия» специальносына 75 проценты маҡсатлы нигеҙҙә буласаҡ. Йәғни хәҙер абитуриенттарҙың күпселек өлөшө билдәле бер медицина ойошмаһынан йүнәлтмә буйынса уҡырға инеп, белгес булараҡ шунда эшкә барырға тейеш була.

Ординатураның ҙур ихтыяжға эйә йүнәлештәре буйынса уҡытыу тулыһынса маҡсатлы нигеҙҙә ойоштороласаҡ. Уҡырға ҡабул иткәндә беренсел звенола, айырыуса ауыл ерендә эшләгән табиптар өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталар күләмен, йәғни ниндәй йүнәлештәге табиптар кәрәклеген республика үҙе билдәләйәсәк. Йәш белгестәр уларҙың һөнәренә ихтыяж булған урындарҙа мотлаҡ эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
Республика Башлығы 2024 йылға тиклем Башҡортостанда табиптарға ҡытлыҡ тулыһынса юҡҡа сығарыу бурысын ҡуйҙы. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостанда былтыр медицина тармағындағы кадрҙар үҫеше 353 кеше тәшкил иткән. Быйыл был күрһәткесте 500-гә арттырыу күҙаллана.
Фото: nashkray31.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: