Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2020, 13:01

Өлгөргәнлек аттестатында үҙгәрештәр булыуы ихтимал

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә мәктәптәрҙә белем биреү буйынса өлгөргәнлек аттестатында, баһалау критерийҙарына үҙгәрештәр индерелә.

“Уҫмер балаға ижадҡа ынтылыу, һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу хас. Кемдер матур итеп һүрәттәр төшөрһә, кемдер спорт менән ныҡлы шөғөлләнә, кемдер матур йырлай һәм ошонан сығып, уҡытыусылар балаларҙы бер ҡалыпҡа һалырға тейеш түгел. Бәлки уҡыусының тыумыштан музыкаға һәләте юҡтыр, бының өсөн аласаҡ документҡа «өслө» ҡуйыу дөрөҫ түгел. Шуға күрә дөйөм һәм урта белем биреү буйынса биреләсәк аттестатында музыка, физкультура һәм һынлы сәнғәт буйынса уҡыусыларҙың аттестатында «зачет» ҡуйыласаҡ", - тип белдерә мәғариф министры Ольга Васильева.
Читайте нас: