Бөгөн Өфөлә III “ИКаРенок-2020” республика мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларының робототехника фестивале эшләй башланы.
Сараны Башҡортостандың Ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы “ДоШКОЛЬНЫЙ МИР” федераль журналы ярҙамы менән ойошторҙо. Әлеге фестиваль “Рәсәйҙең инженерлыҡ кадрҙары” бөтә Рәсәй форумының төбәк этабын тәшкил итә.
Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларындағы, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарындағы мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларынан 14 команда ҡатнаша. Йәш техниктар “Етештереү һәм киләсәк һөнәре” тигән темаға проекттары менән таныштыра, конкурс күнегеүҙәрен үтәй.
“ИКаРенок” фестивале кескәйҙәрҙе техник ижадҡа йәлеп итеү, инновациялы эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән балаларҙы һәм педагогтарҙы берләштереү, мәғариф ойошмаларының үҙ-ара бәйләнешен киңәйтеү маҡсатында үткәрелә.
Лилиә Дәүләтбәкова, «Башҡортостан” гәзите.