Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2020, 13:15

75 мәктәп Советтар Союзы Геройҙарының исемдәрен йөрөтәсәк

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың 75 мәктәбе Советтар Союзы Геройҙарының исемдәрен йөрөтәсәк. Саралар «Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ!» йәштәр-илһөйәрлек акцияһы барашында уҙғарыла.

– Был идеяны Артур Әхмәтханов тәҡдим иткәйне. Беҙ уны хөрмәтләп иҫкә алып, акцияны тормошҡа ашырырбыҙ, — ти йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов коллегияның киңәйтелгән ултырышында.
Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән йылда 8 майға фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу күҙаллана. 9 майҙа – Еңеү көнөндә Өфөлә тантаналы парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, «Ватан» этнопаркында концерт һәм байрам салюты буласаҡ.
Читайте нас: