Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Июль 2020, 11:05

БДИ-ның быйылғы үҙенсәлеге

Республикала сығарылыш класс уҡыусылары берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра башланы.

Пандемия быйыл имтихандарға ла ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Беренсенән- ул һуңлабыраҡ башланды, икенсенән именлек талаптарына иғтибар көсәйтелде. Уҡыусыларҙың тән температураһы үлсәнә, 1,5 метр ара һаҡлау өсөн махсус билдәләр бар, ишек алдындағы келәм дә ун минут һайын алмаштырылып тора. Берҙәм дәүләт имтиханы быйыл үҙенсәлекле шарттарҙа уҙа. Ишектән инеү менән уҡыусыларға яңы бирсәткәләр һәм битлектәр тапшырыла, шулай уҡ һәр ҡатта ҡулды эшкәртеү өсөн махсус ҡоролмалар ҙа ҡуйылған.Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлдәр Ишморатова Өфө Дәүләт авиация университетының мәғлүмәт хәүефһеҙлеге факультетына уҡырға инергә теләй. Информатиканан имтихан – мөһим талаптарҙың береһе. Өфө гимназияларының береһен алтын миҙалға тамамлаусы Заһир Илмөхәммәтов киләсәктә үҙен Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студенты итеп күрә. Маҡсатына ирешеү өсөн егет үҙен бала саҡтан уҡ әҙерләй.Быйыл 11-се класты тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыу шарттары һәм талаптары бер ни тиклем үҙгәрештәр кисерҙе. Беренсенән, уларҙы уҙғарыу көндәре кисектерелде, икенсенән, аудиторияларҙа кеше һаны күпкә аҙыраҡ, ҡатнашыусылар 1,5 метр ара һаҡлап ултыртыла. Һөҙөмтәлә, имтихан үткәреү пункттары һәм аудиториялар һаны арттырылды.Тағы бер яңылыҡ: мәктәпте тамамлағас урта махсус уҡыу йорттарына инергә теләүселәр һәм сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарын һайлаусылар БДИ-н бирмәһә лә мөмкин. Уларҙың аттестаттарына уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса билдәләр ҡуйыла. Юғары белем алырға теләүсе сығарылыш класс уҡыусылары иһә ҡайҙа, ниндәй йүнәлеш буйынса уҡырға инеүҙәренә ҡарап, ике фәндән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра.Берҙәм Дәүләт имтиханы объектив шарттарҙа үтһен өсөн өс ситуацион үҙәк эшләй, уларға 220 онлайн-күҙәтеүсе йәлеп ителгән. Шулай уҡ имтихандар барышын контролдә тотоу өсөн 75 төбәк һәм 649 муниципаль йәмәғәт күҙәтеүсеһе аккредитация үткән.
Подробности: https://gtrk.tv/heberzer/184826-bdi-nyn-byyylgy-uzenslege
Читайте нас: