Был хаҡта Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттарында 11 мең 264 бюджет урыны бүленгән. Айбулат Хажин шулай уҡ Берҙәм Дәүләт имтиханынан 100 бал йыйыусылар тураһындағы мәғлүмәтте лә еткерҙе. Әлегә улар 31 кеше.