Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2020, 11:00

Яңылыҡтар

Мәктәптәр яңы шарттарҙа эшләйәсәк

Республика етәксеһе Радий Хәбиров сентябрҙең тәүге өс аҙнаһының бик ҡатмарлы булыуы көтөлә, тип белдерҙе. Мәктәптәр, белем биреү учреждениелары асылыу менән коронавирусҡа бәйле хәлдең тағы ла ҡатмарлашыуы ихтимал. Шуға ла республика етәксеһе район һәм ҡалаларҙың хаҡимиәт башлыҡтарын киҙеүҙе иҫкәртеү йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы. Уҡыуҙың тәүге аҙнаһынан уҡ мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары санитар талаптарҙың үтәлешен, социаль дистанцияны һаҡлауҙы күҙәтәсәк. Һәр класс өсөн дәрестәр теҙмәһе һәм тәнәфестәр ҙә айырым буласаҡ. Бынан тыш, аудиториялар һәм коридорҙарҙа мотлаҡ дезинфекция үткәреләсәк. Биш айҙан һуң тәрбиәселәр йәнә балалар менән осрашырға әҙер. Берәүҙәре уҡыу планы әҙерләһә, икенселәре төркөмдәрҙе таҙартып-дезинфекциялау менән мәшғүл. Эш режимы хәҙер икенсе төрлө ҡороласаҡ. Һәр ҡатҡа антисептик һәм термометрҙар ҡуйылған, иҙәндә махсус тамғалар. Әле дежур төркөм генә эшләй, 1-се сентябрҙан 13 төркөм дә эш башлаясаҡ. Баҡсаға килеүсе балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе мотлаҡ рәүештә тикшереп индерәсәктәр. Балаларҙы ҡабул итеү өсөн запас ишектәр ҙә асыласаҡ. Запас ишектәрҙе мәктәптәрҙә лә асалар. Беренсе сентябрҙан Өфөнөң 82-се гимназияһы быға тиклем бикле торған дүрт ишекте лә аса. Бындай саралар һәр баланың температураһын үлсәргә һәм ҡулдарын махсус шыйыҡса менән эшкәртергә мөмкинлек бирә. Гимназия коридорҙары буйлап дозаторҙар ҡуйыла, иҙәнгә махсус билдәләр һыҙыла.Дәрестәр һәм тәнфестәр генә түгел, ә ашханаға барыу ҙа „Һығылмалы„ график буйынса ойоштороласаҡ. Дәрестә уҡытысы махсус битлектә булырға тейеш. Ә уҡыусының кейеү-кеймәүен ата-әсә хәл итә. Әле уҡытыусылар Роспотребнадзорҙан һәм мәғариф министрлығынан алынған тәҡдимдәр менән таныша. Саҡ ҡына йүтәлләп, йә иһә тымаулап тороусы баланы ла мәктәпкә индермәйәсәктәр. Интернет селтәрендә 20-се сентябрҙан һуң дистанцион уҡыуға күсәбеҙ, тигән мәғлүмәт таралған. Уҡыу программаһының артабан ойошторолоуы эпидемиологик хәлдән тора, тиҙәр мәғариф министрлығында.Республика мәктәптәренә медицина инспекторҙары институты ярҙам итәсәк. Уҡыуҙың беренсе көндәрендә медицина университетының өлкән курс студенттары эшләйәсәк.
Читайте нас: