Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Ноябрь 2020, 18:35

Район уҡыусылары йәнә парта артына ултырҙы

Белеүегеҙсә, республика мәктәптәрендә белем алған балалар көҙгө каникулдарҙан һуң дистанцион уҡыу режимына күсте. Был башланғыс бишенсе һәм ун беренсе класс уҡыусыларына ҡағылманы. Ноябрҙең 30-ында иһә башҡа уҡыусылар өсөн дә дистанцион уҡыу тамамланды һәм улар йәнә парта артына ултырҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә былай тип белдерҙе:
«Беҙ уҡыусыларҙы ниндәй форматта уҡытыу тураһында оҙаҡ һәм етди уйланыҡ һәм әлегә бик яҡшы булмаған ҡарарға килдек. Шулай итеп, ауырыу күпләп таралған ҡайһы бер райондарҙа һәм күп кенә ҡалаларҙа 6-10 класс уҡыусылары өйҙә уҡыуын дауам итәсәк. Ә бына коронавирус инфекцияһы таралыуы 0,5 проценттан артмаған 23 муниципалитет уҡыусылары очно уҡыясаҡ».
Был хаҡта беҙҙең район ата-әсәләренең фекере төрлөсә.
Зөлфиә, өс бала әсәһе:
“Балалар мәктәптә уҡыясағын белгәс, ҡыуандым, әлбиттә. Сөнки өйҙә уҡыу – уҡыу түгел. Беҙ – эштә, балалар үҙҙәренсә ултырып уҡый, контроль юҡ, тиерлек. Интернет менән дә проблемалар була.”
Вилиә, өс бала әсәһе:
“Мин дә, башҡа ата-әсәләр кеүек үк, дистанцион уҡыуҙы өнәп етмәйем. Балаларҙың көнө-төнө Интернетта ултырыуы борсолоу тыуҙыра. Минең өс балам да көҙгө каникулдан һуң өйҙә уҡыны. Дәрескә инеү өсөн гаджеттарҙың етмәүе – төп проблема булды. Парта артында ултырып, уҡытыусының күҙенә ҡарап уҡыуға бер ни етмәй!”
Карина, 8-се класс уҡыусыһы әсәһе:
“Әлеге ваҡытта эшләмәйем. Шуға ла балам менән бергә уҡыныҡ. Ул ҡыйынһынған ваҡытта мин өйрәтеп, аңлатып ебәрәм. Улым һәр ваҡыт янда. Өйҙә булыуы яҡшы кеүек тә, шулай ҙа белем алыу йәһәтенән дистанцион уҡыуҙың кире яҡтары күберәктер. Мәҫәлән, бәйленеш өҙөлөп, дәрестең ниндәйҙер өлөшөн ишетмәй ҡалһа, ҡабатлап һорап булмай. Уҡытыусы ла, ваҡыттың сикле булыуын иҫәпкә алып, тиҙ-тиҙ һөйләргә тырыша. Элеккесә, мәктәпкә барып уҡыу, ни тиһәң дә, яҡшыраҡ ул.”
Гөлбикә, 2 бала әсәһе:
– Бәләкәй ҡыҙым икенселә, ҙуры – һигеҙенселә уҡый. Икеһе лә мәктәпкә йөрөгәндә рәхәт ине –бергә сығып китәләр. Өлкән ҡыҙым өйҙән уҡый башлағас, икенселәгеһен үҙем мәктәпкә оҙата башланым. Минең эш көнөм иртәнге һигеҙҙән башлана, ә дәрескә туғыҙынсы яртыға ғына. Бик мәшәҡәт булды. Шуға ла ҙур ҡыҙымдың киренән мәктәпкә барыуына ҡыуандым ғына. Беренсенән, был минең өсөн уңайлы, икенсенән, өйҙән уҡып ултырыу белем биреү сифатын түбәнәйтә тип иҫәпләйем.
Читайте нас: