Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2021, 11:26

Белеп үҫһен кескәйҙәр!

Йылайыр ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында бик файҙалы саралар ойошторолған

Балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу беҙҙең ҡулда, шулай ҙа үҙҙәренең һаулығына иғтибар итергә өйрәтеү ҙә беҙҙең төп бурысыбыҙ.
Бына ошондай маҡсат менән Йылайыр ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында “Сәләмәтлек аҙналығы” тип исемләнгән бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған. Көн дә үткәрелгән иртәнге зарядканан башлап, был аҙна “Витаминдар ҡайҙа йәшәй”, “Һау сәләмәт булырға теләһәң”, “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, “Дөрөҫ туҡланыу – һаулыҡ көҙгөһө” тип аталған һөйләшеүҙәр, һүрәттәр төшөрөү һәм ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолған.
Балалар өсөн кәрәкле һәм фәһемле булған аҙналыҡ Башҡортостанда иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына тап килә. Балалар сәләмәт тормош алып барырҙар һәм һаулыҡтарына иғтибарҙы бүлергә өйрәнерҙәр тигән теләктә ҡалабыҙ!
Читайте нас: