Ауыл уттары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль 2021, 18:34

Остаздар майҙаны

«Йыл уҡытыусыһы» конкурсының муниципаль этабы тамамландыЕңеүселәр тураһында ошонда баҫып уҡый алаһығыҙ...

Үҙе янып, бүтәндәргә ҡуҙ өҫтәүсенең генә ысын уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөргә хаҡы бар, тиҙәр. Ошо маҡтаулы һөнәрҙе һайлағанһың икән, тимәк, һин тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттарға эйә булырға тейешһең, белемле булыу, һөнәреңде, уҡытҡан балаларыңды ысын күңелдән яратыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Быйылғы конкурста ҡатнашыусы уҡытыусылар тап ошондай сифаттарға эйә булған, үҙ эшенең оҫталары.
Һәм бөтә конкурс талаптарына ярашлы «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының муниципаль этабының еңеүсеһе исемен «Ш.Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһының» музыка уҡытыусыһы Алексей Александрович Пряхин яуланы. Тап ул беҙҙең район намыҫын республика конкурсында яҡлаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!
Фото: В.Климова.
Читайте нас: