Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Апрель 2021, 16:30

Һөйөнсө! 24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ

Диктант онлайн- һәм офлайн-форматтарҙа уҙғарыла.Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә, йә смартфонға мобиль ҡушымта ҡуйып алырға кәрәк.

24 апрель сәғәт ун берҙә (Өфө ваҡыты менән 11:00) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, «YouTube» видеохостингында диктант башлана:

— сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
— сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем — башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
— сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. Оффлайн форматта укыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, предприятиеларҙа, йәмәғәт ойошмалар офистарында һ.б. урындарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бар.

Диктантты 2021 йылдың 26 апрель 23:59 сәғ. тиклем http://bashdiktant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

«Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын [email protected] электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғ. тиклем ебәрергә мөмкин.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар Сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәреләсәк.
Акцияла һәр кем ҡатнаша ала.

Һөҙөмтә 30 көн эсендә https://bashdiktant.ru/ сайтында баҫыласаҡ.
Фото:https://vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас: