Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июнь 2021, 19:23

Аттестат – ҡулда, оло тормош юлы – алда

Бөгөн Йылайырҙа Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһын һәм Н.Р.Ириков исемендәге Йылайыр урта мәктәбен тамамлаусыларға аттестат тапшырыу тантаналары булып үтте.

Гимназияла 11 йыл буйы фәндәр “гранитын кимерә-кимерә” алған белемдәренең һөҙөмтәһе булған документты – урта белем тураһында аттестатты ун һигеҙ егет һәм ҡыҙ алды.
Гимназия директоры Айҙар Баязит улы Байсурин, балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ошо байрам менән ихлас ҡотлап, уҡыусыларға аттестат менән бергә төрлө фәндәрҙе өйрәнеүҙә күрһәткән уңыштары, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Маҡтау грамоталары, ә ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ә уҡыу алдынғыһы Гөлбикә Һеләүһенова директор ҡулынан аттестат менән бергә алтын миҙал да алды.
Ун беренселәргә иң йылы ҡотлау һүҙҙәре һәм изге теләктәр менән уларҙың класс етәкселәре Әлиә Илдар ҡыҙы Айҙашева һәм Розалия Хөззәт ҡыҙы Насырова мөрәжәғәт итте. Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы Айытҡолова был тантанала район мәғариф бүлеге етәкселеге исеменән дә, ата-әсәләр исеменән дә сығыш яһаны, сөнки уның улы Айтуған да аттестат алды был көндө.
Уҡыусылар, үҙ сиратында, уҡытыусыларына оло рәхмәттәрен йырҙар һәм бейеүҙәр аша еткерҙеләр. Балаларының бәләкәй саҡтағы фотоһүрәттәре төшөрөлгән фулболкалар кейгән әсәйҙәрҙең заманса бейеүе лә бик матур килеп сыҡты.
Шулай итеп, был көндө ун беренселәр, мәктәп йылдары, бала саҡтары менән хушлашып, оло тормошҡа аяҡ баҫтылар. Хәйерле юл теләйек уларға.
Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: