Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Март , 08:40

Психиатрияға ҡыҙыҡһыныу арта

Яңы коронавирус инфекцияһынан һуң үҙәк һәм периферик нервы системаһы сирҙәре күҙгә күренеп артты.

Психиатрияға ҡыҙыҡһыныу арта
Психиатрияға ҡыҙыҡһыныу арта

Башҡортостанда республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында психиатрия буйынса эшмәкәрлеккә лицензия алған медицина ойошмалары һаны 2,5 процентҡа  артты. 2023 йылда элек теркәлгән ошо профилдәге ойошмаларға йәнә алты шәхси медицина ойошмаһы өҫтәлде.

– Психиатрия –  кешенең нервы-психик өлкәһендәге тайпылыштарҙы өйрәнеүсе һәм уларҙы дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Шулай уҡ ул психик тайпылыштар менән яфаланған кешеләргә медицина-социаль реабилитация үткәрә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Һуңғы йылдарҙа психиатрияға ҡыҙыҡһыныу арта. Яңы коронавирус инфекцияһынан һуң үҙәк һәм периферик нервы системаһы сирҙәре күҙгә күренеп артты. Был инфекция ағзаларҙы зарарлай, ауыр эҙемтәләргә килтерә, йәшәү сифатына емерткес йоғонто яһай. Шуға күрә был төркөм пациенттары төрлө белгестәр, шул иҫәптән психиатрҙар ярҙамына мохтаж.

Лицензиялау буйынса дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү хәҙерге ваҡытта 15 көн эсендә башҡарыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: