Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Март , 15:25

Остаздар тәжрибә уртаҡлашты

Йылайыр башҡорт гимназияһының уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Венера Ғәле ҡыҙы Әбделмәнова «Башҡортостан Республикаһының мәғариф ойошмаларында остазлыҡтың һөҙөмтәле практикаһы» конкурсының беренсе этабын уңышлы үтеп, «Иң яҡшы остазлыҡ программаһы» номинацияһында  педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ күтәреү үҙәгенә саҡырылды.

Остаздар тәжрибә уртаҡлашты
Остаздар тәжрибә уртаҡлашты

Венера Ғәле ҡыҙы остазлыҡ эшмәкәрлеген көйләүсе норматив хоҡуҡи документтарҙы белеүен, педагогик хеҙмәткәрҙәр менән остазлыҡ эшенең маҡсатлы һәм системалы алып барылыуын лайыҡлы күрһәтте һәм жюри иғтибарына үҙенең остазлыҡ программаһын тәҡдим итте. Шул рәүешле Өфө ҡалаһының күп профилле колледжында үткән конкурстың икенсе этабында уңышлы сығыш яһап ҡайтты.

Венера Ғәле ҡыҙының педагогик хеҙмәте илле йыл. Яңы быуын уҡытыусылары өсөн лайыҡлы остаз ул.

Венера Ғәле ҡыҙына ғаилә бәхете,   тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: