Ауыл уттары
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Апрель , 11:45

“Бергә тапшырабыҙ”

Ошо көндәрҙә “Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәп”тә “2023 йылда урта дөйөм белем биреүҙең белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының үҙенсәлектәре” темаһына район ата-әсәләр йыйылышы үтте.

“Бергә тапшырабыҙ”
“Бергә тапшырабыҙ”

Район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы 2023 йылға йомғаҡ яһаны, йыйылыусыларҙы быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханының төп сроктары менән таныштырҙы, имтихандар үткәреү пунктының йыһазландырылыуы, аудиторияларҙа видеокүҙәтеү алып барылыуы хаҡында һөйләне, ата-әсәләрҙең иғтибарын БДИ-ға сифатлы әҙерлек кәрәклегенә йүнәлтте.

Район мәғариф бүлегенең баш белгесе Илдар Ғиниәт улы Насыров та сығыш яһап, ата-әсәләргә 2024 йылда урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

“Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәп”тең педагог-психологы Гөлдәр Урал ҡыҙы Ураҡова ата-әсәләргә тәҡдимдәрен еткерҙе, һорауҙарға яуап бирҙе һәм балаларҙы Берҙәм дәүләт имтиханына нисек әҙерләргә кәрәклеге тураһында һөйләне.

Йыйылыштан һуң ата-әсәләр “Бергә тапшырабыҙ. Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. “Бергә тапшырабыҙ. Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн” Бөтә Рәсәй акцияһының инициаторы булып мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт сығыш яһай. 2024 йылда был акция һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. БДИ-ға әҙерләнгәндә имтихандарға килгән белемдәр генә түгел, дөрөҫ психологик ҡараш, үҙ көсөнә ышаныс та ҙур әһәмиәткә эйә. Һәм бында ғаиләнең, ата-әсәнең роле баһалап бөткөһөҙ. Шуға күрә Рособрнадзор был акцияны ата-әсәләр барыһын да үҙендә һынап ҡараһын, Берҙәм дәүләт имтиханында бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс һәм көсһөҙ нәмә юҡлығын аңлар, имтихан ҡағиҙәләре һәм процедуралары менән танышыр һәм уларҙы балаларына аңлатыр өсөн уйлап сығарған һәм тормошҡа ашырған. Акция сығарылыш уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә БДИ-ға әҙерлек менән бәйле артыҡ көсөргәнешлекте кәметергә, йәмәғәтселекте имтихан процедураһы менән яҡшыраҡ таныштырырға ярҙам итергә тейеш.

БДИ имтиханын тапшырыу барышында өлкәндәр имтихандың бөтә процедураларын үтте: теркәлде, телефон һәм шәхси әйберҙәрен тапшырҙы, имтихан алды контролен үтте, бланктар тултырҙы, улар дәүләт имтиханында контролдең нисек башҡарылыуын, имтихан материалдарының нисек баҫылыуын һәм эшкәртелеүен күрҙе.

Акцияла ҡатнашыусылар уҡыусыларға тәҡдим ителәсәк заданиеларға оҡшаш итеп төҙөлгән имтихан эшен яҙҙы. Был ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән эштең варианты ғына булды, әммә ул ата-әсәләргә төрлө типтағы заданиелар менән танышырға мөмкинлек бирҙе.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: