Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Мәғариф
28 Июнь 2024, 04:40

«Аҫылташ» йәштәр форумы Йылайырҙа үтә!

«Аҫылташ-2024» форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

«Аҫылташ» йәштәр форумы Йылайырҙа үтә!«Аҫылташ» йәштәр форумы Йылайырҙа үтә!
«Аҫылташ» йәштәр форумы Йылайырҙа үтә!

«Аҫылташ» Башҡортостан йәштәренең төбәк мәғариф форумы дүртенсе йыл рәттән Йылайыр ерендә үтә. Республика йәштәре ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған был форум Йәш яҡташтар ассоциацияһы эгидаһы аҫтында үтә.
Аҫылташ-2024 форумы Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты булышлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Йыл һайын «Аҫылташ» Башҡортостан йәштәренең төбәк мәғариф форумында өс йөҙҙән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡатнаша. Улар панель дискуссияһы, ораторлыҡ оҫталығын, үҙ-үҙеңде күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, төрлө һөнәр вәкилдәре менән дискуссия үткәреү кеүек секцияларҙа айырым эшләй.

Аҫылташ – ул форум ғына түгел: ул берләшеү, үҫеш һәм ижад майҙансығы. Быйыл форум «Берҙәмлек» башҡорт йәштәре фестивале сиктәрендә үтәсәк. Форумда ҡатнашыусыларҙы көслө спикерҙар, практик заданиелар, оҫталыҡ дәрестәре, экстремаль ярыштар һәм гитара аҫтында усаҡ янында күңел асыу, файҙалы танышыуҙар һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр көтә.

“Быйылғы йылда ла Йылыйырҙа дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәр республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән "Аҫылташ" мәғариф йәштәр форумына йыйыласаҡ. Форум Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы “Дуҫлыҡ” лагерында июлдең 29-ынан алып августың 1-енә тиклем уҙасаҡ.  Сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас