Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Июнь , 13:50

Йылайыр уҡыусыһы федераль конкурста уңышлы сығыш яһаны

Мәктәптә белем биреүҙең сифатын арттырыу – республика етәкселеге сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе һәм ул сифат күрһәткестәренең үҫешенә килтерҙе.

Йылайыр уҡыусыһы федераль конкурста уңышлы сығыш яһаны
Йылайыр уҡыусыһы федераль конкурста уңышлы сығыш яһаны

Яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ – Йылайыр ауылындағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Ульяна Мамыкина профессиональ оҫталыҡ буйынса “Профессионалдар” компетенцияһында “Урман менән файҙаланыу Һәм урманды тергеҙеү инженерияһы. Юниорҙар” Бөтә Рәсәй Чемпионатында беҙҙең республиканы танытты. Ульяна конкурстың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Бөтә Рәсәй Чемпионатында икенсе урын яулауға иреште!

Ҡотлайбыҙ!

Мәртәбәле конкурс ағымдағы йылдың июнь башында Хабаровск ҡалаһында үтте. Был һынауға Ульянаны остазы, биология уҡытыусыһы Зөлфиә Дамир ҡыҙы Теүәлбаева әҙерләне. Конкурс барышында Зөлфиә Дамир ҡыҙы уҡыусыһын бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырманы, һәр этапта оҙатып йөрөнө, уға ныҡлы терәк һәм таяныс булды.

Ошондай күңелле ваҡиға менән Ульяна Мамыкинаны Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министры Марат Искәндәр улы Шәрәфетдинов үҙе ҡотланы. Осрашыу район хакимиәте башлығының кабинетында йылы мөхиттә үтте. Марат Искәндәр улы Йылайыр районы буйлап эш сәфәре барышында Бөтә Рәсәй Чемпионатында икенсе урын яулауға ирешкән уҡыусы һәм уның остазы менән осрашып аралашырға ла ваҡыт тапты.

- Артабан да һеҙгә уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйем! Бындай ҙур һәм мәртәбәле конкурста ҡатнашыу ғына түгел, унда икенсе урын яулай ҙур еңеү ул! Әлбиттә, конкурс һөҙөмтәһе уҡытыусы Зөлфиә Дамир ҡыҙының тырышлығынан да бәрәбәр, яҡшы әҙерләнгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ республикабыҙ исеменән ошондай мөһим Чемпионатта сығыш яһап ҡына ҡалмай, еңеү менән ҡайтыуығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ, – тип билдәләне Марат Искәндәр улы.

Бөтә Рәсәй Чемпионатында уңышлы сығыш яһаған һәм Башҡортостан Республикаһы, Йылайыр районы данын күтәргән уҡыусыға министр Маҡтау грамотаһы, гөлләмә һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Йәнле һөләшеү барышында Зөлфиә Дамир ҡыҙы конкурсҡа әҙерлек барышында килеп тыуған ауырлыҡтар хаҡында әйтте. Артабан уҡыусыларҙы ошондай һынауҙарға әҙерләү өсөн ниндәй ҡорамалдар, китаптар кәрәклеген дә телгә алды. Конкурс ниндәй шарттарҙа үтеүен дә ентекле һөйләне.

Уҙған Чемпионатҡа килгәндә, унда ҡатнашыусылар тематик йүнәлештәр буйынса үҙ белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтә алған. Ульяна ла пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләгән, дрондар ярҙамында урман боҙоуҙарҙы асыҡлаған, урманды тикшереү, урман ҡырҡыу урындарын асыҡлау һәм таксациялау буйынса эштәр башҡарған. Был һынауҙарҙың барыһын да ул ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тип тапҡан.

Үрҙә билдәләүебеҙсә, Ульяна конкурстың бөтә этаптарын да уңышлы үтеп, икенсе почетлы урын яулауға өлгәшә.

- Уҡыусымдың ошондай ҙур конкурста икенсе урынға өлгәшеүе, әйтер инем, уның ныҡышмал булыуынан торҙо. Ульяна бер ҙә артҡа сигенергә яратмай, алдына алғанын мотлаҡ эшләп ҡуя торған холҡо бар һәм был бик яҡшы, – тип билдәләне Зөлфиә Дамир ҡыҙы. – Ҙур эш башҡарҙыҡ. Әммә был беҙҙең генә еңеү түгел, әҙерлек ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙған Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы коллективына, етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Бынан башҡа, Чемпионаттың төбәк этабының баш эксперты Константин Иванович Оленев, “Мәктәп урмансылығы” берләшмәһе кураторы – Йылайыр урмансылығы инженеры Шәфҡәт Нотфулла улы Таһиров, Йылайыр урман хужалығы етәксеһе Юрий Александрович Чекалов, Йылайыр урмансылығы начальнигы Ислам Нуретдин улы Игебаевтар бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙы. Шулай уҡ уҡыусымды ябар яҡлап ҡурсалап торған, мораль яҡтан ярҙам иткән ата-әсәһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Районыбыҙ данын арттырған лайыҡлы уҡыусыларыбыҙ булыуы һөйөндөрә.

Афарин!

Һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында йыл һайын Башҡортостан Республикаһының 100 уҡыусыһына интеллектуаль эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштары, спорт ҡаҙаныштары һәм сәнғәт өлкәһендәге һөҙөмтәләре өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияларына лайыҡ була. Был саралар, әлбиттә, һөҙөмтә бирә, ул беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың ҡаҙаныштарында сағыла. Олимпиада призерҙары һәм еңеүселәре һаны арта.

Гөлгөнә Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: