Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июнь , 21:55

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

11-се класс уҡыусылары көтөп алған көн, ниһайәт, килде. Бөгөн Йылайыр районының белем усаҡтарында аттестаттар тапшырыу тантаналары уҙҙы.

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

Тантананың төп сәбәпселәре булған береһенән-береһе матур, ҡупшы күлмәктәр кейгән ҡыҙҙарҙан, улар янындағы һомғол егеттәрҙән күҙҙе лә алып булмай. Ҡараштарында киләсәккә ышаныс, йөҙҙәрендә һөйөнөс балҡыған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн матур байрам ойошторолдо.

Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа тормош ауырлыҡтарына бирешмәгеҙ, үҙегеҙгә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл табып, ысын кешеләр булып ҡалығыҙ. Күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын! Һеҙгә һаулыҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! 

Е.Венидиктов фотолары.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: