Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июль , 11:50

«Дуҫлыҡ»тың тәүге сменаһы тамам!

 Июлдең 2-һендә көндөҙгө ял һәм йәйге сәләмәтләндереү лагерының быйылғы тәүге сменаһы ябылды. «Дуҫлыҡ» тип исемләнгән был лагерь эшләгән көндәрҙә унда ял иткән уҡыусылар төрлө ваҡиғаларға бай ял миҙгелдәрен кисерҙе.

«Дуҫлыҡ»тың тәүге сменаһы тамам!
«Дуҫлыҡ»тың тәүге сменаһы тамам!

Бында үткән һәр көн алдағыһына оҡшамаған һәм сағыу тәьҫораттарға бай булды. Программаға ярашлы, бында хеҙмәт һалған педагогтар тарафынан мәҙәниәт һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға ғына түгел, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, янғын ҡурҡынысһыҙлығы ҡәғиҙәләрен өйрәтеү-ҡабатлауға ла айырым иғтибар бүленде.

Тәүге сменала ял иткән балалар араһында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм аталары махсус хәрби операцияла булғандар күпселекте тәшкил итте.

Лагерҙағы тәүге смена күңелле үтте, һәр көн ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм мажаралар менән тулы булды. Яңы дуҫтар табып, улар менән көндәр буйы аралашҡан уҡыусылар өсөн лагерь сменаһының ябылыуы бер аҙ күңелһеҙ булды, әлбиттә. Әммә балалар был байрам сараһына ентекле әҙерләнгән ине, уларҙы алырға килгән ата-әсәләргә дәртле бейеүҙәр, йырҙар бүләк итте улар.

Йәйге лагерҙа уҙғарылған көндәр балаларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар, файҙалы мәлдәр һәм күңелле хәтирәләр менән тулы булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: