Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Мәғариф
30 Август 2024, 10:35

Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең балаларын мәктәпкә оҙатып барырға ҡушты

Башҡортостанда власть органдары етәкселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1-се класҡа барған балаларын уҡыу йылының тәүге көнөндә мәктәпкә оҙатасаҡ.

Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең балаларын мәктәпкә оҙатып барырға ҡуштыРадий Хәбиров хәрбиҙәрҙең балаларын мәктәпкә оҙатып барырға ҡушты
Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең балаларын мәктәпкә оҙатып барырға ҡушты

Был турала хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде.

- Бер йыл элек ошонай башланғыс менән сыҡтыҡ. Йоланы дауам итеп, изге эш эшләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

Яңы уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана. Башҡортостанда 524 мең мәктәп уҡыусыһы бар, уларҙың 48 меңе 1-се класҡа бара.
Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-156150050_33129

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас