Сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү өсөн республикала, шул иҫәптән район мәктәптәрендә бик күп эштәр уңышлы ғәмәлгә ашырыла.
2024-2025 уҡыу йылын белем биреү учреждениелары яҡшы әҙерлек менән башлай. Барлыҡ мәктәптәрҙә лә ремонт эштәре башҡарылып, уҡыусыларҙы яҡты, матур кластар ҡаршы ала.
Ағымдағы уҡыу йылында район буйынса барлығы 1634 бала урта, төп, башланғыс мәктәптәр партаһы артына ултыра.
Район үҙәгендәге Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы менән Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәп уҡыусыларын район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов барып ҡотланы, нәсихәттәрен еткерҙе, уңыштар теләне.
Тәүге ҡыңғырау биреү хоҡуғы, йола буйынса, 11-се һәм 1-се класс уҡыусыларына тапшырылды.
Яңы уҡыу йылы именлектә үтһен!
Гөлгөнә ТАҺИРОВА фотолары.